Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Йәһүдтәр, Уны үлтерергә теләп, тағы ҡулдарына таш алды. – Мин һеҙгә Атам тарафынан күп яҡшы эштәр күрһәттем. Шуларҙың ҡайһыһы өсөн Мине таш менән бәреп үлтерергә теләйһегеҙ? – тине Ғайса. Йәһүдтәр Уға: – Беҙ Һине яҡшы эштәрең өсөн түгел, ә көфөр һөйләүең, кеше булыуыңа ҡарамаҫтан, Үҙеңде Алла итеп күрһәтеүең өсөн үлтерергә теләйбеҙ, – тинеләр. Ғайса уларға шулай яуап бирҙе: – Алланың: «„Һеҙ – илаһтар“, – тинем Мин», тигән һүҙҙәре ҡанунығыҙҙа яҙылған түгелме? Ә Изге Яҙманы юҡҡа сығарып булмай. Әгәр ҙә Алла һүҙе бирелгәндәр илаһ тип аталған икән, «Мин – Алла Улы», тигән мәлдә нисек һеҙ Миңә «Көфөр һөйләйһең» тип әйтә алаһығыҙ? Мине Алла Үҙе изге хеҙмәткә айырып, был донъяға ебәрҙе бит. Илселәр, был хаҡта белеп ҡалғас, өҫтәрендәге кейемдәрен йыртып ебәреп халыҡ араһына йүгереп килеп инделәр һәм бар тауыштарына:
Выбор основного перевода