Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
– Ысынлап та, тәүҙә Ильяс килеп бөтөнөһөн үҙ урынына ҡуясаҡ, – тине Ғайса. – Ни өсөн Изге Яҙмала, Әҙәм Улына күп ғазаптар күрергә, кәмһетелергә тура киләсәк, тип яҙылған һуң? Шул саҡ Ғайса уларға былай тигән: – Ниңә аңламайһығыҙ? Пәйғәмбәрҙәр әйткәндәрҙең барыһына ла ышаныуы ҡайһылай ҡыйын һеҙгә! Мәсих Үҙенең данлы бөйөклөгөнә өлгәшер алдынан ошондай ғазаптар аша үтергә тейеш булмағанмы ни? Шунан Ул Мусаның һәм бөтә пәйғәмбәрҙәрҙең яҙмаларынан башлап Изге Яҙмалағы Үҙе тураһында әйтелгән урындарҙы аңлатып биргән. Унан һуң: – Мин һеҙҙең менән бергә булған саҡта былар тураһында һөйләгәйнем. Муса ҡанунында, пәйғәмбәрҙәрҙең китаптарында һәм Зәбурҙа Минең хаҡта яҙылғандарҙың барыһы ла тормошҡа ашырылырға тейеш, тип әйткәйнем, – тигән. Бынан һуң Ғайса уларға Изге Яҙманы аңларға ярҙам иткән. Ул уларға былай тигән: – Изге Яҙмала былай тиелгән: Мәсих ғазап сигергә, өсөнсө көндә үленән терелергә Шунан һуң Ғайса, барыһы ла үтәлгәнен белгәнлектән, Изге Яҙмала әйтелгәндәр тормошҡа ашһын өсөн: – Мин һыуһаным! – тине.
Выбор основного перевода