Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Әҙәм Улы Үҙенең фәрештәләре менән Атаһының балҡып торған шөһрәтендә килер һәм һәр кемгә ғәмәленә ҡарап әжерен бирер. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: бында баҫып тороусыларҙың ҡайһы берҙәре, Әҙәм Улының Батша булып килеүен күргәнгә тиклем, үлем татымаясаҡ. Шул мәлдә күктә Әҙәм Улының билдәһе күренер һәм, Уның болоттар өҫтөндә ҡөҙрәт һәм бөйөк балҡыш менән килгәнен күреп, ерҙең бөтә халыҡтары ҡайғырып илашыр. Изге Рух менән тулы булған Стефан иһә, күккә текләп, Алланың балҡыусы шөһрәтен һәм Уның уң яғында торған Ғайсаны күрҙе. – Мин асылған күктәрҙе һәм Алланың уң яғында торған Әҙәм Улын күрәм, – тине ул. Бына Ул болоттарҙа килә, һәм Уны һәр кем, хатта Үҙен сәнскән кешеләр ҙә күрер. Ерҙәге бар халыҡтар уның алдында үкһеп илар. Шулай булыр. Амин.
Выбор основного перевода