Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
– Ғайса был һүҙҙәрен тамамлағас, шәкерттәренә: – Ике көндән Ҡотҡарылыу байрамы булырын беләһегеҙ. Шул көндәрҙә Әҙәм Улы арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланырға тапшырылыр, – тине. Ошо ваҡытта баш руханиҙар һәм халыҡ аҡһаҡалдары Каиафа исемле иң баш руханиҙың һарайында йыйылды һәм, Ғайсаны хәйлә менән ҡулға алып, үлтерергә һүҙ беркетте. «Ләкин, халыҡ араһында фетнә килеп сыҡмаһын өсөн, байрам ваҡытында бында булмаһын», – тине улар.
Выбор основного перевода