Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Әммә Миңә хыянат итеүсенең ҡулы Минең ҡулым менән бер өҫтәлдә ята. Шул саҡ Ғайса уларға былай тигән: – Ниңә аңламайһығыҙ? Пәйғәмбәрҙәр әйткәндәрҙең барыһына ла ышаныуы ҡайһылай ҡыйын һеҙгә! Мин бөтәгеҙ тураһында ла һөйләмәйем. Кемдәрҙе һайлап алыуымды беләм, ләкин Изге Яҙмала: «Минең менән бергә икмәк ашаған кеше Миңә ҡул күтәрҙе», – тип яҙылған һүҙҙәр тормошҡа ашырға тейеш. – Мин бер һыныҡ икмәкте кемгә манып бирәм, ул – шул, – тип яуап ҡайтарҙы Ғайса һәм, бер һыныҡ икмәкте ашына манып, Симон Искариот улы Йәһүҙәгә бирҙе. Павел, ғәҙәттәгесә, ғибәҙәтханаға килде һәм өс шәмбе рәттән йәһүдтәр менән Изге Яҙмаларҙа әйтелгәндәр тураһында әңгәмә ҡорҙо. Уларға Мәсихтең ғазап сигергә һәм үленән терелергә тейешлеген аңлатты һәм иҫбат итте. – Мин һеҙгә Ғайса хаҡында вәғәз әйтәм һәм шул Ғайса – Мәсих, – тине Павел. Мин үҙем алғандарҙы һеҙгә тапшырҙым. Иң мөһиме, Изге Яҙмала яҙылғанса, Мәсих беҙҙең гонаһтарыбыҙ өсөн үлде һәм,
Выбор основного перевода