Toggle navigation
Главная
Переводы Библии
Комментарии к Библии
Библейские словари и энциклопедии
Новости
Выбор основного перевода
Синодальный
Современный
Перевод РБО. Радостная Весть
Юбилейное издание (Свет на Востоке)
Перевод свящ. Леонида Лутковского
Церковнославянский перевод
Аварский (магӀарул мацӀ)
Азербайджанский (Azärbaycanca)
Башкирский (башҡорт теле)
Беларускі пераклад
Грузинский (ქართული ენა)
Казахский (қазақ тілі)
Кумыкский (къумукъ тил)
Осетинский (ирон æвзаг)
Таджикский (тоҷикӣ)
Татарский (татарча)
Туркменский (Türkmençe)
Узбекский (ўзбекча)
Український переклад І. Огієнка
Чеченский (нохчийн мотт)
Чувашский (чӑвашла)
American Standard
Biblia Tysiąclecia
Deutsche Luther
Ελληνική μετάφραση
King James
Română traducere
Tradução português
Traducción al español
Traduction française
Traduzione italiana
Türkçe çeviri
中文 汉译
Новый русский перевод МБО
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Сделайте выбор
Комментарии Баркли
Новая Женевская Учебная Библия
Толкование Златоуста
Учебная Библия МакАртура
Толкование Жана Кальвина
Комментарии МакДональда к Библии
Серия комментариев МакАртура
Толкование Мэтью Генри
Толковая Библия Лопухина
Толкование Далласской семинарии
Толкование Блаженного Феофилакта Болгарского
Новый Библейский Комментарий
Комментарии Давида Стерна к Новому Завету
Комментарии Сперджена
Синодальный
Современный
Перевод РБО. Радостная Весть
Юбилейное издание (Свет на Востоке)
Перевод свящ. Леонида Лутковского
Церковнославянский перевод
Аварский (магӀарул мацӀ)
Азербайджанский (Azärbaycanca)
Башкирский (башҡорт теле)
Беларускі пераклад
Грузинский (ქართული ენა)
Казахский (қазақ тілі)
Кумыкский (къумукъ тил)
Осетинский (ирон æвзаг)
Таджикский (тоҷикӣ)
Татарский (татарча)
Туркменский (Türkmençe)
Узбекский (ўзбекча)
Український переклад І. Огієнка
Чеченский (нохчийн мотт)
Чувашский (чӑвашла)
American Standard
Biblia Tysiąclecia
Deutsche Luther
Ελληνική μετάφραση
King James
Română traducere
Tradução português
Traducción al español
Traduction française
Traduzione italiana
Türkçe çeviri
中文 汉译
Новый русский перевод МБО
Выбор книги основного перевода
От Матфея
Яңы Ғәһедтә
Яңы Ғәһедтә
От Матфея
Яңы Ғәһедтә
Книга От Матфея в переводе Башкирский (башҡорт теле)
От Марка
Яңы Ғәһедтә
Книга От Марка в переводе Башкирский (башҡорт теле)
От Луки
Яңы Ғәһедтә
Книга От Луки в переводе Башкирский (башҡорт теле)
От Иоанна
Яңы Ғәһедтә
Книга От Иоанна в переводе Башкирский (башҡорт теле)
Деяния
Яңы Ғәһедтә
Книга Деяния в переводе Башкирский (башҡорт теле)
Иакова
Яңы Ғәһедтә
Книга Иакова в переводе Башкирский (башҡорт теле)
1. Петра
Яңы Ғәһедтә
Книга 1. Петра в переводе Башкирский (башҡорт теле)
2. Петра
Яңы Ғәһедтә
Книга 2. Петра в переводе Башкирский (башҡорт теле)
1. Иоанна
Яңы Ғәһедтә
Книга 1. Иоанна в переводе Башкирский (башҡорт теле)
2. Иоанна
Яңы Ғәһедтә
Книга 2. Иоанна в переводе Башкирский (башҡорт теле)
3. Иоанна
Яңы Ғәһедтә
Книга 3. Иоанна в переводе Башкирский (башҡорт теле)
Иуды
Яңы Ғәһедтә
Книга Иуды в переводе Башкирский (башҡорт теле)
К Римлянам
Яңы Ғәһедтә
Книга К Римлянам в переводе Башкирский (башҡорт теле)
1. Коринфянам
Яңы Ғәһедтә
Книга 1. Коринфянам в переводе Башкирский (башҡорт теле)
2. Коринфянам
Яңы Ғәһедтә
Книга 2. Коринфянам в переводе Башкирский (башҡорт теле)
К Галатам
Яңы Ғәһедтә
Книга К Галатам в переводе Башкирский (башҡорт теле)
К Ефесянам
Яңы Ғәһедтә
Книга К Ефесянам в переводе Башкирский (башҡорт теле)
К Филиппийцам
Яңы Ғәһедтә
Книга К Филиппийцам в переводе Башкирский (башҡорт теле)
К Колоссянам
Яңы Ғәһедтә
Книга К Колоссянам в переводе Башкирский (башҡорт теле)
1. Фессалоникийцам
Яңы Ғәһедтә
Книга 1. Фессалоникийцам в переводе Башкирский (башҡорт теле)
2. Фессалоникийцам
Яңы Ғәһедтә
Книга 2. Фессалоникийцам в переводе Башкирский (башҡорт теле)
1. Тимофею
Яңы Ғәһедтә
Книга 1. Тимофею в переводе Башкирский (башҡорт теле)
2. Тимофею
Яңы Ғәһедтә
Книга 2. Тимофею в переводе Башкирский (башҡорт теле)
К Титу
Яңы Ғәһедтә
Книга К Титу в переводе Башкирский (башҡорт теле)
К Филимону
Яңы Ғәһедтә
Книга К Филимону в переводе Башкирский (башҡорт теле)
К Евреям
Яңы Ғәһедтә
Книга К Евреям в переводе Башкирский (башҡорт теле)
Откровение
Яңы Ғәһедтә
Книга Откровение в переводе Башкирский (башҡорт теле)
← Предыдущая
От Матфея
Следующая →
1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
22
23
24
25
26
27
28
1
– Ғайса был һүҙҙәрен тамамлағас, шәкерттәренә:
2
– Ике көндән Ҡотҡарылыу байрамы булырын беләһегеҙ. Шул көндәрҙә Әҙәм Улы арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланырға тапшырылыр, – тине.
3
Ошо ваҡытта баш руханиҙар һәм халыҡ аҡһаҡалдары Каиафа исемле иң баш руханиҙың һарайында йыйылды
4
һәм, Ғайсаны хәйлә менән ҡулға алып, үлтерергә һүҙ беркетте.
5
«Ләкин, халыҡ араһында фетнә килеп сыҡмаһын өсөн, байрам ваҡытында бында булмаһын», – тине улар.
6
Ғайса Вифанияла махаулы Симондың өйөндә ине.
7
Ашап ултырған сағында Уның янына, бик ҡиммәтле хуш еҫле май һалынған алебастр һауыт тотоп, бер ҡатын килеп инде һәм майҙы Ғайсаның башына ҡойҙо.
8
Быны күргән шәкерттәре асыуланды: – Был майҙы ниңә шулай әрәм итергә?
9
Уны ҙур хаҡҡа һатып, аҡсаһын фәҡирҙәргә өләшергә булыр ине бит!
10
Ғайса, шәкерттәренең ризаһыҙлығын белеп, уларға: – Ниңә һеҙ был ҡатындың хәтерен ҡалдыраһығыҙ? – тине. – Миңә яҡшылыҡ ҡылды бит ул.
11
Фәҡирҙәр һәр ваҡыт һеҙҙең менән булыр, Мин иһә һәр ваҡыт янығыҙҙа булмам.
12
Был ҡатын, тәнемә май ҡойоп, Мине ерләргә әҙерләне.
13
Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: ошо Һөйөнөслө Хәбәр донъяның ҡайһы ғына мөйөшөндә вәғәзләнмәһен, был ҡатынды ла иҫкә алып, уның нимә эшләгәне хаҡында һөйләйәсәктәр.
14
Шунан һуң ун ике шәкерттең береһе, Йәһүҙә Искариот исемлеһе, баш руханиҙар янына барып:
15
– Әгәр һеҙгә Ғайсаны тапшырһам, миңә нимә бирерһегеҙ? – тип һораны. Улар уға утыҙ көмөш тәңкә һанап бирҙе.
16
Ошо ваҡыттан алып ул Ғайсаны руханиҙар ҡулына тапшырыр өсөн уңайлы мәл эҙләне.
17
Сөсө күмәс байрамының тәүге көнөндә шәкерттәре Ғайса янына килеп: – Һиңә Ҡотҡарылыу байрамы ашын ҡайҙа әҙерләүебеҙҙе теләйһең? – тип һоранылар.
18
Ғайса уларға: – Ҡалала йәшәгән шул-шул кешегә барып, уға: «Остазыбыҙ: „Билдәләнгән сәғәтем етеп килә. Мин Үҙемдең шәкерттәрем менән бергә Ҡотҡарылыу байрамы ашын һиндә ашармын“, – тине», – тип әйтегеҙ.
19
Шәкерттәре Ул ҡушҡанса эшләп, байрам ашы әҙерләне.
20
Кис еткәс, Ғайса ун ике шәкерте менән бергә табынға ултырҙы.
21
Ашаған саҡта Ул: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: һеҙҙең берегеҙ Миңә хыянат итәсәк, – тине.
22
Улар, ауыр хәсрәткә төшөп, бер-бер артлы: – Хужам, мин түгелдер бит? – тип һораша башланылар.
23
Ул шәкерттәренә былай тине: – Минең менән бер һауыттан ашаған кеше Миңә хыянат итәсәк.
24
Уның тураһында Изге Яҙмала яҙылғанса, Әҙәм Улы китә, әммә Әҙәм Улына хыянат итәсәк кешегә ҡайғы! Әгәр ҙә тыумаған булһа, уның өсөн яҡшыраҡ булыр ине.
25
Уға хыянат итәсәк Йәһүҙә: – Остаз, мин түгелдер бит? – тип һораны. – Быны һин үҙең әйттең, – тип яуапланы Ғайса.
26
Ашаған саҡта Ғайса ҡулына икмәк алып шөкөр итте лә, уны һындырып, шәкерттәренә өләште. – Алып ашағыҙ, был – Минең тәнем, – тине Ул.
27
Шунан Ул кәсә алды ла, шөкөр иткәндән һуң, уны шәкерттәренә биреп: – Бөтәгеҙ ҙә ошонан эсегеҙ, – тине.
28
– Был – гонаһтарҙың кисерелеүе хаҡына күптәр өсөн түгелә торған ҡаным. Ул – Алланың кешеләр менән килешеүен раҫлаусы ҡан.
29
Һеҙгә әйтәм: бөгөндән алып, Атам Батшалығында һеҙҙең менән бергә яңы шарап эсер көнөм етмәй тороп, йөҙөм шарабын эсмәйәсәкмен.
30
Шөкөр мәҙхиәһен йырлағандан һуң, улар Зәйтүн тауына китте.
31
Юл ыңғайы Ғайса уларға: – Ошо төндә һеҙ бөтәгеҙ ҙә Минән ситләшәсәкһегеҙ. Изге Яҙмала: «Көтөүсене һәләк итермен һәм көтөүҙәге һарыҡтар таралышып бөтөр», – тип яҙылған.
32
Ләкин, үленән терелеп торғандан һуң, Мин Галилеяға һеҙҙән алда барып етермен, – тине.
33
Петр иһә ҡаршы төштө: – Бөтәһе лә Һинән ситләшһә лә, мин бер ҡасан да ситләшмәм!
34
Ләкин Ғайса: – Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: ошо төндә, әтәс ҡысҡырғансы, һин Минән өс тапҡыр ваз кисәсәкһең, – тип яуапланы.
35
– Һинең менән бергә үлергә тура килһә лә, Һинән ваз кисмәйәсәкмен, – тине Петр. Шәкерттәренең бөтәһе лә шулай тине.
36
Ғайса шәкерттәре менән Гефсимания тип аталған урынға килде. Унда Ул шәкерттәренә: – Һеҙ ошонда ултырып тороғоҙ. Мин, арыраҡ китеп, доға ҡылайым, – тине.
37
Ул Үҙе менән Петрҙы һәм Зеведейҙың ике улын алды. Ғайсаны һағыш һәм борсолоу солғап алды.
38
Уларға: – Йәнем үлемесле әрней. Һеҙ ошонда тороп тороғоҙ һәм Минең менән бергә уяу булығыҙ! – тине.
39
Ул ситкәрәк китте лә ергә йөҙ түбән ятып доға ҡылды: – Атам! Мөмкин булһа, был ғазаптар кәсәһе Минән үтеп китһен ине! Әммә, Мин теләгәнсә түгел, ә Һинеңсә булһын.
40
Ғайса шәкерттәре янына әйләнеп килгәндә, улар йоҡлай ине. – Йоҡламайынса бер генә сәғәт тә Минең менән бергә тора алманыңмы ни? – тине Ул Петрға.
41
– Уяу булығыҙ, ҡотортолоуға дусар булмаҫ өсөн, доға ҡылығыҙ. Рух ҡеүәтле, ә тән көсһөҙ!
42
Ғайса тағы, икенсе тапҡыр ситкә китеп, доға ҡылды: – Атам, Миңә был кәсәне эсмәйенсә үткәреү мөмкин түгел икән, Һинең ихтыярыңса булһын!
43
Ул әйләнеп килгәндә, шәкерттәре тағы йоҡлағайны: уларҙың күҙҙәре йоҡонан йомолоп бара ине.
44
Уларҙы ҡалдырып, Ғайса йәнә ситкәрәк китте һәм өсөнсө тапҡыр шул уҡ һүҙҙәрҙе әйтеп доға ҡылды.
45
Шунан, шәкерттәре янына әйләнеп килеп, уларға: – Һеҙ һаман йоҡлайһығыҙ, ял итәһегеҙме? – тине. – Әҙәм Улының гонаһлылар ҡулына тапшырылыр ваҡыты етте.
46
Тороғоҙ, китәйек! Ана Миңә хыянат итеүсе килә.
47
Ғайса һүҙен әйтеп тә бөтөрмәне, ун ике шәкерттең береһе – Йәһүҙә килеп сыҡты. Уның менән бергә, ҡылыстар һәм суҡмарҙар күтәреп, баш руханиҙар һәм халыҡ аҡһаҡалдары ебәргән күп һанлы кешеләр төркөмө күренде.
48
Хыянатсы: «Мин үпкән кеше Ул булыр. Уны ҡулға алығыҙ», – тип улар менән алдан уҡ һүҙ беркетеп ҡуйғайны.
49
Йәһүҙә йәһәт кенә Ғайса янына килеп: – Һаумы, Остаз! – тип Уны үбеп алды.
50
Ә Ғайса уға: – Нимәгә тип килгән булһаң, шуны ҡыл, дуҫым! – тине. Бынан һуң Йәһүҙә менән килгән кешеләр яҡыныраҡ килеп Ғайсаны эләктерҙеләр һәм ҡулға алдылар.
51
Ғайса менән булғандарҙың береһе ҡынынан ҡылысын һурып сығарҙы ла, иң баш руханиҙың хеҙмәтсеһенә һелтәнеп, уның ҡолағын сабып өҙҙө.
52
Ғайса уға: – Ҡылысыңды ҡынына тығып ҡуй! Ҡылыс алған һәр кем ҡылыстан һәләк булыр! – тине.
53
– Әллә һин Мине Атама мөрәжәғәт итә алмаҫ, тип уйлайһыңмы? Һораһам, Ул шунда уҡ Миңә ун ике легиондан да артыҡ фәрештәләр ғәскәрен ебәргән булыр ине!
54
Әммә ул ваҡытта Изге Яҙмаларҙа, былар булырға тейеш, тип яҙылғандар нисек ғәмәлгә ашһын?
55
Шунда Ғайса кешеләр төркөмөнә: – Һеҙ ни өсөн Мине тоторға ҡылыстар һәм суҡмарҙар күтәреп сыҡҡанһығыҙ? Юлбаҫармы ни Мин? Мин көн һайын Алла Йортонда ултырып өйрәттем һәм һеҙ Мине тотманығыҙ.
56
Быларҙың һәммәһе пәйғәмбәрҙәрҙең яҙғандары ғәмәлгә ашһын өсөн булды, – тине. Шунда бөтә шәкерттәре Уны ташлап ҡасып китте.
57
Ғайсаны ҡулға алған кешеләр Уны иң баш рухани Каиафа алдына алып килделәр. Унда ҡанун белгестәре һәм аҡһаҡалдар йыйылғайны.
58
Петр иһә, арттараҡ ҡалып, иң баш руханиҙың ихатаһына тиклем Ғайсаға эйәреп барҙы. Ихатаға ингәс, эштең нисек барып бөтөрөн күрер өсөн, һаҡсылар эргәһенә барып ултырҙы.
59
Баш руханиҙар һәм бөтә Юғары кәңәшмә, Ғайсаны үлемгә хөкөм итер өсөн, Уға ҡаршы ялған шаһитлыҡ эҙләне.
60
Ләкин күп ялған шаһиттар килеп һөйләһә лә, Уның бер ғәйебен дә таба алманылар. Ниһайәт, шаһитлыҡ күрһәтергә ике кеше сыҡты.
61
Улар: – Был кеше: «Мин Алла Йортон емереп, уны өс көн эсендә яңынан төҙөй алам», – тип әйтте, – тинеләр.
62
Шул мәлдә иң баш рухани тороп, Ғайсаға: – Һин быларҙың ғәйепләүенә бер нисек тә яуап ҡайтармайһыңмы ни? – тине.
63
Әммә Ғайса бер нәмә лә өндәшмәне. Иң баш рухани Унан: – Мәңге тере Алла алдында ант итеп әйтеүеңде талап итәм: Һин Алла Улы Мәсихме? – тип һораны.
64
Ғайса уға: – Быны һин үҙең әйттең, – тип яуап бирҙе. – Ә Мин һеҙгә шуны әйтәм: ошо мәлдән башлап Әҙәм Улының Ҡөҙрәт Эйәһенең уң яғында ултырғанын һәм болоттар өҫтөндә килгәнен күрерһегеҙ!
65
Шунда иң баш рухани үҙенең өҫ кейемен йыртып: – Ул көфөр һөйләне! Ниңә беҙгә тағы шаһиттар кәрәк? Уның Алланы хурлаған һүҙҙәрен әле генә үҙегеҙ ишеттегеҙ!
66
Ниндәй ҡарар сығарырһығыҙ? – тип һораны. – Ул ғәйепле һәм үлергә тейеш, – тине улар.
67
Шунан Ғайсаның йөҙөнә төкөрҙөләр, йоҙроҡлап туҡманылар, ҡайһылары:
68
– Эй, Мәсих, Һин пәйғәмбәр бит, шуға әйт беҙгә: Һиңә кем һуҡты? – тип Уның яңағына тондорҙо.
69
Был ваҡытта Петр ихатала ултыра ине. Хеҙмәтсе ҡыҙҙарҙың береһе килде. – Һин дә бит галилеялы Ғайса менән булдың, – тине ул.
70
Әммә Петр бөтәһе алдында ваз кисте: – Мин һинең нимә һөйләүеңде аңламайым.
71
Ул ҡапҡа янына барғанда, уны икенсе хеҙмәтсе ҡыҙ күреп, унда тороусыларға: – Бына был да назаралы Ғайса менән булды, – тине.
72
Петр тағы, ант итеп, ваз кисте: – Мин Ул Кешене белмәйем!
73
Бер аҙҙан һуң шунда торған кешеләр уның янына килеп: – Һин ысынлап та уларҙың береһе. Нисек һөйләшеүең үк быны белгертеп тора, – тинеләр.
74
Шунда Петр: – Мин Ул Кешене белмәйем! – тип ләғнәт уҡый һәм ант итә башланы. Тап ошо ваҡытта әтәс ҡысҡырҙы.
75
Ғайсаның: «Әтәс ҡысҡырғансы, һин Минән өс тапҡыр ваз кисәсәкһең», – тигән һүҙҙәре Петрҙың иҫенә төштө. Ул, урам яҡҡа сығып, әрнеп иланы.
← Предыдущая
От Матфея
Следующая →
1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
22
23
24
25
26
27
28
Выбор основного перевода
Синодальный
Современный
Перевод РБО. Радостная Весть
Юбилейное издание (Свет на Востоке)
Перевод свящ. Леонида Лутковского
Церковнославянский перевод
Аварский (магӀарул мацӀ)
Азербайджанский (Azärbaycanca)
Башкирский (башҡорт теле)
Беларускі пераклад
Грузинский (ქართული ენა)
Казахский (қазақ тілі)
Кумыкский (къумукъ тил)
Осетинский (ирон æвзаг)
Таджикский (тоҷикӣ)
Татарский (татарча)
Туркменский (Türkmençe)
Узбекский (ўзбекча)
Український переклад І. Огієнка
Чеченский (нохчийн мотт)
Чувашский (чӑвашла)
American Standard
Biblia Tysiąclecia
Deutsche Luther
Ελληνική μετάφραση
King James
Română traducere
Tradução português
Traducción al español
Traduction française
Traduzione italiana
Türkçe çeviri
中文 汉译
Новый русский перевод МБО