Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
– Әле беҙ Иерусалимға китеп барабыҙ. Унда Әҙәм Улы баш руханиҙар һәм ҡанун белгестәре ҡулына тотоп биреләсәк. Улар Уны үлемгә хөкөм итәсәк, мыҫҡыллатыу, ҡамсылатыу һәм арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатыу өсөн, мәжүсиҙәр ҡулына тапшырасаҡ. Ләкин өсөнсө көндә Ул терелтеп торғоҙоласаҡ. Пилат шунда уларға Варавваны азат итте. Ә Ғайсаны, ҡамсылатҡас, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатырға тапшырҙы. Пилат, халыҡҡа ярарға тырышып, уларға Варавваны азат итте, ә Ғайсаны, ҡамсылатҡандан һуң, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатырға тапшырҙы. «Әҙәм Улы гонаһлылар ҡулына тотоп бирелергә, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланырға һәм өсөнсө көндә терелеп торорға тейеш», – тигәйне бит һеҙгә. Баш руханиҙарыбыҙ менән башлыҡтарыбыҙ Уны үлемгә хөкөм итер өсөн тотоп бирҙеләр һәм арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланылар. Ҡотҡарылыу байрамы алдынан Ғайса Үҙенең был донъянан Ата хозурына китер сәғәте еткәнлеген белде. Ул был донъялағы Үҙенекеләрҙе һәр ваҡыт яратты һәм һуңғы сиккә тиклем уларҙы яратыуын күрһәтте. Шунда Пилат Уны, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатыр өсөн, уларға тапшырҙы. Ғайсаны алып киттеләр.
Выбор основного перевода