Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Был ваҡытта Петр ихатала ултыра ине. Хеҙмәтсе ҡыҙҙарҙың береһе килде. – Һин дә бит галилеялы Ғайса менән булдың, – тине ул. Әммә Петр бөтәһе алдында ваз кисте: – Мин һинең нимә һөйләүеңде аңламайым. Ул ҡапҡа янына барғанда, уны икенсе хеҙмәтсе ҡыҙ күреп, унда тороусыларға: – Бына был да назаралы Ғайса менән булды, – тине. Петр тағы, ант итеп, ваз кисте: – Мин Ул Кешене белмәйем! Бер аҙҙан һуң шунда торған кешеләр уның янына килеп: – Һин ысынлап та уларҙың береһе. Нисек һөйләшеүең үк быны белгертеп тора, – тинеләр. Шунда Петр: – Мин Ул Кешене белмәйем! – тип ләғнәт уҡый һәм ант итә башланы. Тап ошо ваҡытта әтәс ҡысҡырҙы. Ғайсаның: «Әтәс ҡысҡырғансы, һин Минән өс тапҡыр ваз кисәсәкһең», – тигән һүҙҙәре Петрҙың иҫенә төштө. Ул, урам яҡҡа сығып, әрнеп иланы. Был ваҡытта Петр аҫта, ихатала ине. Иң баш руханиҙың хеҙмәтсе ҡыҙҙарының береһе килде лә, усаҡ янында йылынып ултырған Петрҙы күреп, уға текләп ҡараны: – Һин дә назаралы Ғайса менән булдың бит, – тине. Әммә Петр: – Мин бер ни ҙә белмәйем, һинең нимә һөйләгәнеңде аңламайым, – тип инҡар итте лә ихатанан тышҡа уҡ сығып китте. Ошо мәлдә әтәс ҡысҡырып ебәрҙе. Хеҙмәтсе ҡыҙ уны тағы күреп ҡалды һәм үҙ янында торғандарға: – Был кеше – уларҙың береһе, – тине. Петр тағы ваз кисте. Бер аҙҙан шунда торғандар уға: – Һин ысынлап та уларҙың береһе. Һин дә Галилеянан бит! – тинеләр. Ә Петр: – Мин һеҙ һөйләгән ул Кешене белмәйем! – тип ныҡышып ант итә башланы. Тап ошо ваҡытта әтәс икенсе тапҡыр ҡысҡырҙы. Петр Ғайсаның: «Әтәс ике тапҡыр ҡысҡырғансы, һин Минән өс тапҡыр ваз кисәсәкһең», – тигән һүҙҙәрен иҫенә төшөрөп, илап ебәрҙе. Бер хеҙмәтсе ҡыҙ, уның усаҡ янында ултырғанын күреп, уға текләп ҡарап: – Был да Уның менән булды! – тигән. Петр иһә ҡыҙға: – Эй, ҡыҙ кеше! Мин Уны белмәйем, – тип, Ғайсанан ваз кискән. Бер аҙҙан һуң икенсе берәү Петрҙы абайлап ҡалған: – Һин дә уларҙың береһе бит! Әммә Петр был кешегә лә: – Юҡ, – тип яуап биргән. Бер сәғәт самаһы ваҡыт үткәс, тағы берәү: – Ысынлап та, был да Уның менән ине, ул да Галилея кешеһе, – тип ныҡышып раҫлаған. Әммә Петр уға ла: – Мин һинең нимә һөйләгәнеңде аңламайым, – тигән. Тап ошо һүҙҙәрҙе әйткән саҡта әтәс ҡысҡырып ебәргән. Раббы Ғайса боролоп Петрға ҡараған һәм Петр Уның: «Бөгөн әтәс ҡысҡырғансы, һин Минән өс тапҡыр ваз кисәсәкһең», – тигән һүҙҙәрен иҫенә төшөргән. Ул, урамға сығып, әрнеп илаған. Ғайса уға: – Минең өсөн йәнеңде фиҙа ҡылырға әҙерһеңме? Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: әтәс ҡысҡырғанға тиклем, һин Минән өс тапҡыр ваз кисәсәкһең, – тине. Шунда йылынып торған Симон Петрҙан: – Һин Уның шәкерттәренең береһе түгелме? – тип һоранылар. – Юҡ, – тип ваз кисте Петр. Иң баш руханиҙың хеҙмәтселәренең береһе, ҡолағын Петр сабып өҙгән кешенең туғаны: – Мин һине ул Кеше менән бергә баҡсала күрҙем түгелме һуң? – тип һораны. Петр тағы ваз кисте. Тап ошо ваҡытта әтәс ҡысҡырып ебәрҙе.
Выбор основного перевода