Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Шул ваҡыттан алып Ғайса шәкерттәренә Үҙенең Иерусалимға барырға, унда аҡһаҡалдар, баш руханиҙар һәм ҡанун белгестәре тарафынан күп ғазаптарға дусар ителергә һәм үлтерелергә, әммә өсөнсө көндә терелеп торорға тейешлеге тураһында һөйләй башланы. Петр иһә, Уны ситкәрәк алып китеп, ризаһыҙлыҡ белдерҙе: – Үҙеңде Алла һаҡлаһын, Хужам! Һинең менән ундай хәл була күрмәһен! Әммә Ғайса Петрға боролоп: – Кит янымдан, Иблис! Һин Мине дөрөҫ юлдан яҙҙырырға маташаһың, һиндә Алла уйҙары түгел, ә кешенеке, – тине. Улар Ғайсаның кәүҙәһен, йәһүдтәрҙең үлгәндәрҙе ерләү йолаһы буйынса, хушбуй һибелгән кәфенгә уранылар.
Выбор основного перевода