Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Әммә һеҙгә шуны әйтәм: көнсығыштан һәм көнбайыштан күптәр килер, улар Күктәр Батшалығында Ибраһим, Исхаҡ һәм Яҡуб менән бергә мәжлес өҫтәле артында ултырыр. Ә кемгә Батшалыҡ тәғәйенләнгән булған, улар тышҡы ҡараңғылыҡҡа ҡыуылыр: унда һыҡтау һәм теш шығырлатҡан тауыштар ишетелер, – тине. Иерусалим! Пәйғәмбәрҙәрҙе үлтереүсе, Алла тарафынан үҙенә ебәрелгәндәрҙе таштар менән бәреп һәләк итеүсе Иерусалим! Ҡош үҙенең ҡошсоҡтарын ҡанат аҫтына йыйған кеүек, Мин дә һинең балаларыңды нисә тапҡыр шулай бергә йыйырға теләнем, ләкин һеҙ килергә теләмәнегеҙ! Хәҙер иһә Изге йортоғоҙҙо ташлап китәсәктәр, ул ташландыҡ хәлдә ҡаласаҡ. Һеҙгә әйтәм, ошо мәлдән башлап: «Раббы исеменән Килеүсе мөбәрәк!» – тип әйтер ваҡытығыҙ етмәй тороп, Мине күрмәйәсәкһегеҙ! Ә Павел менән Варнава ҡыйыу рәүештә: – Алла һүҙе иң элек һеҙгә иғлан ителергә тейеш ине, – тинеләр. – Әммә һеҙ уны кире ҡағаһығыҙ һәм шуның менән үҙегеҙҙе мәңгелек тормошҡа лайыҡһыҙ итеп күрһәтәһегеҙ. Шунлыҡтан беҙ башҡа халыҡтарға боролабыҙ.
Выбор основного перевода