Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Шул көндәрҙә Йәһүҙиә сүллегенә Сумдырыусы Яхъя килде. – Тәүбә итегеҙ, – тине ул вәғәзендә. – Күктәр Батшалығы яҡынлашты. Ишағыя пәйғәмбәр: «Сүлдә тауыш яңғырай: „Раббыға юл әҙерләгеҙ, Уға һуҡмаҡтарҙы турайтығыҙ“», – тип Яхъя тураһында әйткәйне. Яхъяның кейеме дөйә йөнөнән булып, биленә тиренән ҡайыш быуған ине. Сиңерткә һәм солоҡ балы менән туҡланды. Уның янына Иерусалим халҡы һәм бөтә Йәһүҙиә менән Иордан буйы төбәгендә йәшәүселәр килеп йөрөнө. Килеүселәр үҙҙәренең гонаһтарын таныны һәм Яхъя уларҙы Иордан йылғаһында сумдырҙы. Ул, күп кенә фарисейҙарҙың һәм саддукейҙарҙың һыуға сумдырылырға тип килеүен күреп, уларға былай тине: – Эй һеҙ, ағыулы йылан тоҡомо! Кем һеҙгә Алланың яҡынлашып килгән асыуынан ҡаса алырһығыҙ тип әйтте? Ихлас тәүбә итеүегеҙҙе эш менән күрһәтегеҙ! «Беҙҙең атабыҙ бит Ибраһим», – тип эстән генә уйлайһы булмағыҙ. Һеҙгә әйтәм: Алла ошо таштарҙан да Ибраһимға балалар яралта ала. Балта ағастар төбөндә ята инде: һәйбәт емеш бирмәгән һәр ағас ҡырҡылып утҡа ташланыр. Мин, тәүбә итеүегеҙҙе раҫлап, һеҙҙе һыуға сумдырам. Әммә минән һуң Килеүсе ҡөҙрәтлерәк. Мин Уның аяҡ кейемен күтәреп йөрөргә лә лайыҡ түгел. Ул һеҙҙе Изге Рухҡа һәм утҡа сумдырыр. Ҡулында – елгәргес көрәк. Ул, ашлыҡты ырҙында елгәреп, бойҙайын бураға һалыр, ә кәбәген һүнмәҫ утта яндырыр. Шул мәлдә Ғайса, Яхъя тарафынан һыуға сумдырылыу өсөн, Галилеянан Иордан йылғаһына килде. Яхъя иһә: – Һыуға мине Үҙең сумдырырға тейешһең, ә Һин миңә килгәнһең, – тип Уны туҡтатырға тырышты. – Әлегә ошолай булһын, сөнки беҙ Алла хаҡлығының бөтә талаптарын үтәргә тейешбеҙ, – тип яуапланы Ғайса. Яхъя быға риза булды. Ғайса һыуға сумдырылып сыҡты. Шул саҡ күктәр асылып китте лә, Ул Үҙенең өҫтөнә күгәрсен рәүешендә Алла Рухының төшкәнен күрҙе. Күктән: «Был Минең ҡәҙерле Улым. Ул Минең ҡыуанысым!» – тигән тауыш ишетелде. Яхъяның һыуға сумдырыуы ҡайҙан килә? Күктәнме, әллә кешеләрҙәнме? Тегеләр үҙ-ара: – Әгәр: «Күктән», – тиһәк, Ул: «Ниңә һуң һеҙ уға ышанманығыҙ?» – тип һораясаҡ. Һыуға сумдырылыр өсөн һалым йыйыусылар ҙа килгән: – Остаз! Ә беҙгә нимә эшләргә? Яхъя уларға: – Тейешенән артығын талап итмәгеҙ, – тигән. Был һүҙҙәрҙе ишеткән бөтә халыҡ, хатта һалым йыйыусылар ҙа, Алланың хаҡ икәнлеген таныған. Улар Яхъя тарафынан һыуға сумдырылғайны. Фарисейҙар менән ҡанун белгестәре иһә Яхъяның һыуға сумдырыуынан баш тартҡан. Бының менән улар Алла ихтыярын кире ҡаҡҡан.
Выбор основного перевода