Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Һорағыҙ – һәм һеҙгә бирерҙәр; эҙләгеҙ – һәм табырһығыҙ; шаҡығыҙ – һәм һеҙгә асырҙар. Сөнки һәр һораған кеше ала, эҙләгән таба һәм шаҡығанға асалар. Арағыҙҙан кемегеҙ икмәк һораған улына таш тотторор? Йәки ул балыҡ һорағанда, ҡайһығыҙ йылан бирер? Шулай булғас, һеҙ үҙегеҙ яуыз кеше булып та, балаларығыҙға яҡшылыҡ өләшә беләһегеҙ икән, Күктәге Атағыҙ Үҙенән һораусыларға уғата яҡшы нәмәләр бирәсәк. Тағы һеҙгә әйтәм: арағыҙҙан икәүегеҙ ерҙә, үҙ-ара һөйләшеп-килешеп, Күктәге Атамдан ни генә һораһағыҙ ҙа, Ул уны эшләйәсәк. Исемемде әйтеп нимә генә һораһағыҙ ҙа, эшләрмен; шулай итеп Ата Үҙ данлы бөйөклөгөн Улы аша күрһәтер. Исемемде әйтеп нимә һораһағыҙ ҙа, эшләрмен. Ә инде Миндә йәшәһәгеҙ һәм Минең һүҙҙәрем һеҙҙә йәшәһә, ул саҡта теләгәнегеҙҙе һорағыҙ һәм һеҙгә бөтәһе лә бирелер. Ул көндә Минән бер нәмә тураһында ла һорамаҫһығыҙ. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Минең исемемдән Атанан нимә генә һораһағыҙ ҙа, Ул һеҙгә бирер. Шулай итеп, һауығыу өсөн бер-берегеҙ алдында гонаһтарығыҙҙы танмай әйтеп бирегеҙ һәм бер-берегеҙ өсөн доға ҡылығыҙ. Тәҡүә кешенең доғаһы көслө, ул күпте эшләргә һәләтле. Һәм беҙ шуға ышанабыҙ: беҙ Алланың ихтыяры буйынса ниҙер һорайбыҙ икән, Ул беҙҙе ишетә. Нимә генә һораһаҡ та, Уның ишетеүен беләбеҙ икән, һорағаныбыҙҙың беҙҙеке икәнен дә беләбеҙ.
Выбор основного перевода