Toggle navigation
Главная
Переводы Библии
Комментарии к Библии
Библейские словари и энциклопедии
Новости
Выбор основного перевода
Синодальный
Современный
Перевод РБО. Радостная Весть
Юбилейное издание (Свет на Востоке)
Перевод свящ. Леонида Лутковского
Церковнославянский перевод
Аварский (магӀарул мацӀ)
Азербайджанский (Azärbaycanca)
Башкирский (башҡорт теле)
Беларускі пераклад
Грузинский (ქართული ენა)
Казахский (қазақ тілі)
Кумыкский (къумукъ тил)
Осетинский (ирон æвзаг)
Таджикский (тоҷикӣ)
Татарский (татарча)
Туркменский (Türkmençe)
Узбекский (ўзбекча)
Український переклад І. Огієнка
Чеченский (нохчийн мотт)
Чувашский (чӑвашла)
American Standard
Biblia Tysiąclecia
Deutsche Luther
Ελληνική μετάφραση
King James
Română traducere
Tradução português
Traducción al español
Traduction française
Traduzione italiana
Türkçe çeviri
中文 汉译
Новый русский перевод МБО
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Сделайте выбор
Комментарии Баркли
Новая Женевская Учебная Библия
Толкование Златоуста
Учебная Библия МакАртура
Толкование Жана Кальвина
Комментарии МакДональда к Библии
Серия комментариев МакАртура
Толкование Мэтью Генри
Толковая Библия Лопухина
Толкование Далласской семинарии
Толкование Блаженного Феофилакта Болгарского
Новый Библейский Комментарий
Комментарии Давида Стерна к Новому Завету
Комментарии Сперджена
Синодальный
Современный
Перевод РБО. Радостная Весть
Юбилейное издание (Свет на Востоке)
Перевод свящ. Леонида Лутковского
Церковнославянский перевод
Аварский (магӀарул мацӀ)
Азербайджанский (Azärbaycanca)
Башкирский (башҡорт теле)
Беларускі пераклад
Грузинский (ქართული ენა)
Казахский (қазақ тілі)
Кумыкский (къумукъ тил)
Осетинский (ирон æвзаг)
Таджикский (тоҷикӣ)
Татарский (татарча)
Туркменский (Türkmençe)
Узбекский (ўзбекча)
Український переклад І. Огієнка
Чеченский (нохчийн мотт)
Чувашский (чӑвашла)
American Standard
Biblia Tysiąclecia
Deutsche Luther
Ελληνική μετάφραση
King James
Română traducere
Tradução português
Traducción al español
Traduction française
Traduzione italiana
Türkçe çeviri
中文 汉译
Новый русский перевод МБО
Выбор книги основного перевода
Деяния
Яңы Ғәһедтә
Яңы Ғәһедтә
От Матфея
Яңы Ғәһедтә
Книга От Матфея в переводе Башкирский (башҡорт теле)
От Марка
Яңы Ғәһедтә
Книга От Марка в переводе Башкирский (башҡорт теле)
От Луки
Яңы Ғәһедтә
Книга От Луки в переводе Башкирский (башҡорт теле)
От Иоанна
Яңы Ғәһедтә
Книга От Иоанна в переводе Башкирский (башҡорт теле)
Деяния
Яңы Ғәһедтә
Книга Деяния в переводе Башкирский (башҡорт теле)
Иакова
Яңы Ғәһедтә
Книга Иакова в переводе Башкирский (башҡорт теле)
1. Петра
Яңы Ғәһедтә
Книга 1. Петра в переводе Башкирский (башҡорт теле)
2. Петра
Яңы Ғәһедтә
Книга 2. Петра в переводе Башкирский (башҡорт теле)
1. Иоанна
Яңы Ғәһедтә
Книга 1. Иоанна в переводе Башкирский (башҡорт теле)
2. Иоанна
Яңы Ғәһедтә
Книга 2. Иоанна в переводе Башкирский (башҡорт теле)
3. Иоанна
Яңы Ғәһедтә
Книга 3. Иоанна в переводе Башкирский (башҡорт теле)
Иуды
Яңы Ғәһедтә
Книга Иуды в переводе Башкирский (башҡорт теле)
К Римлянам
Яңы Ғәһедтә
Книга К Римлянам в переводе Башкирский (башҡорт теле)
1. Коринфянам
Яңы Ғәһедтә
Книга 1. Коринфянам в переводе Башкирский (башҡорт теле)
2. Коринфянам
Яңы Ғәһедтә
Книга 2. Коринфянам в переводе Башкирский (башҡорт теле)
К Галатам
Яңы Ғәһедтә
Книга К Галатам в переводе Башкирский (башҡорт теле)
К Ефесянам
Яңы Ғәһедтә
Книга К Ефесянам в переводе Башкирский (башҡорт теле)
К Филиппийцам
Яңы Ғәһедтә
Книга К Филиппийцам в переводе Башкирский (башҡорт теле)
К Колоссянам
Яңы Ғәһедтә
Книга К Колоссянам в переводе Башкирский (башҡорт теле)
1. Фессалоникийцам
Яңы Ғәһедтә
Книга 1. Фессалоникийцам в переводе Башкирский (башҡорт теле)
2. Фессалоникийцам
Яңы Ғәһедтә
Книга 2. Фессалоникийцам в переводе Башкирский (башҡорт теле)
1. Тимофею
Яңы Ғәһедтә
Книга 1. Тимофею в переводе Башкирский (башҡорт теле)
2. Тимофею
Яңы Ғәһедтә
Книга 2. Тимофею в переводе Башкирский (башҡорт теле)
К Титу
Яңы Ғәһедтә
Книга К Титу в переводе Башкирский (башҡорт теле)
К Филимону
Яңы Ғәһедтә
Книга К Филимону в переводе Башкирский (башҡорт теле)
К Евреям
Яңы Ғәһедтә
Книга К Евреям в переводе Башкирский (башҡорт теле)
Откровение
Яңы Ғәһедтә
Книга Откровение в переводе Башкирский (башҡорт теле)
← Предыдущая
Деяния
Следующая →
1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
22
23
24
25
26
27
28
1
Беҙ, улар менән һаубуллашып, юлға сыҡтыҡ һәм туп-тура Кос утрауындағы ҡалаға килдек. Икенсе көндө Родоста, унан Патара утрауында булдыҡ.
2
Унда Финикия өлкәһенә барыусы карапты табып ултырҙыҡ та ҡуҙғалып киттек.
3
Кипр утрауын көньяғынан урап үтеп, Сүриә өлкәһенә табан йөҙҙөк. Тирҙа туҡталыш яһаныҡ, сөнки унда караптан йөк бушатылырға тейеш ине.
4
Шәкерттәрҙе эҙләп тапҡандан һуң, яндарында ете көн булдыҡ. Улар, Рух күрһәтеүенән сығып, Павелды Иерусалимға бармаҫҡа киҫәтте.
5
Китер ваҡыт еткәс, юлға сыҡтыҡ. Барлыҡ иман тотоусылар ҡатындары һәм балалары менән беҙҙе ҡала ситенә тиклем оҙата барҙы, ә яр буйына килеп еткәс, бөтәбеҙ бергә тубыҡланып доға ҡылдыҡ.
6
Хушлашҡандан һуң беҙ карапҡа ултырҙыҡ, ә улар өйҙәренә ҡайтып китте.
7
Юлыбыҙҙы дауам итеп, Птолемаида ҡалаһына килеп төштөк. Унда имандаштар янына барып, улар менән бер көн булдыҡ.
8
Ә икенсе көндө Павел менән беҙ Кесарияға килдек һәм Иерусалимда һайланған ете ярҙамсының береһе, Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыусы Филиптың өйөндә туҡталдыҡ.
9
Уның Алла һүҙҙәрен иғлан итеүсе пәйғәмбәр ҡыҙҙары – кейәүгә сыҡмаған дүрт ҡыҙы бар ине.
10
Беҙ килеүгә бер нисә көн уҙғас, Йәһүҙиәнән Агав исемле бер пәйғәмбәр пәйҙә булды.
11
Ул беҙҙең янға килеп, Павелдың билбауын алып, үҙенең аяҡ-ҡулын бәйләне. – Изге Рух: «Иерусалимдағы йәһүдтәр был билбауҙың эйәһен бына шулай бәйләйәсәк һәм уны мәжүсиҙәр ҡулына тапшырасаҡ», – тип әйтә, – тине Һағәб.
12
Быны ишеткәс, беҙ һәм унда булған башҡа кешеләр Павелдың Иерусалимға бармауын үтендек.
13
Әммә ул: – Һеҙ нимә эшләйһегеҙ? Ниңә илайһығыҙ һәм минең йөрәгемде телгеләйһегеҙ? Мин Раббы Ғайса исеме хаҡына Иерусалимда тотҡон булырға ғына түгел, үлергә лә әҙермен, – тип яуап бирҙе.
14
Беҙ иһә, уны күндерә алмағас, тынысланып: – Раббының ихтыярынса булһын! – тинек.
15
Кесарияла бер ни тиклем ваҡыт үткәргәс, йыйынып, Иерусалимға киттек.
16
Беҙҙең менән бергә Кесариянан бер нисә шәкерт тә барҙы. Улар беҙҙе күптән иманға килгән кипрлы Мнасон атлы шәкерт янына, беҙ туҡталасаҡ өйгә алып барҙы.
17
Иерусалимға килгәс, имандаштар беҙҙе шатланып ҡабул итте.
18
Икенсе көндө Павел Яҡуб янына килде. Беҙ ҙә уға эйәреп барҙыҡ. Унда барлыҡ берҙәмлек өлкәндәре йыйылғайны.
19
Павел уларҙы сәләмләгәндән һуң, үҙенең хеҙмәте аша Алланың башҡа халыҡтар араһында ниҙәр эшләгәнлеге тураһында ентекләп һөйләп бирҙе.
20
Уны тыңлағас, ундағылар Алланы данлап Павелға: – Беләһеңме, имандаш, – тинеләр, – йәһүдтәр араһында инде нисә мең иманға килгән кеше бар. Уларҙың бөтәһе лә Муса ҡанунын бик ихлас яҡлай.
21
Һинең хаҡта уларға, һин, йәнәһе, бүтән халыҡтар араһында йәшәгән барлыҡ йәһүдтәрҙе улдарын сөннәткә ултыртмаҫҡа һәм йәһүд халҡының йолаларын тотмаҫҡа өндәп, Муса ҡанунынан баш тартырға өйрәтәһең икән, тип әйткәндәр.
22
Нимә эшләргә? Әлбиттә, улар һинең килеүеңде ишетер.
23
Шуға күрә, кәңәшебеҙ шул: беҙҙә нәҙер әйткән дүрт кеше бар.
24
Улар менән бергә таҙарыныу йолаһын үтә. Сәстәрен алдыра алһындар өсөн, уларҙың сығымдарын үҙ өҫтөңә ал. Бөтәһе лә һинең хаҡта ишеткәндәренең дөрөҫ түгеллеген һәм үҙеңдең дә ҡанунға буйһоноп йәшәүеңде күрер.
25
Ә инде Ғайса Мәсихкә инанған башҡа халыҡ кешеләренә килгәндә, беҙ уларға үҙебеҙҙең ҡарарҙы әйтеп хат яҙҙыҡ. «Ялған илаһтарға ҡорбан итеп килтерелгән ризыҡтан, ҡандан, быуып үлтерелгән хайуан итенән һәм енси аҙғынлыҡтан тыйылығыҙ», – тинек уларға.
26
Шулай итеп, икенсе көндө теге кешеләрҙе үҙе менән алып, Павел улар менән бергә таҙарыныу йолаһын үтте. Шунан һуң Алла Йортона инде. Унда ул таҙарыныу көндәренең ҡасан тамам буласағы һәм ҡасан уларҙың һәр береһе өсөн ҡорбан килтереләсәге хаҡында иғлан итте.
27
Ете таҙарыныу көнө үтте тигәндә Асия өлкәһенән килгән бер нисә йәһүд, Павелды Алла Йортонда күреп, уға ҡаршы бөтә халыҡты ҡотортто. Уны тотоп алып:
28
– Израилдәр, ярҙам итегеҙ! Бөтөн ерҙә беҙҙең халыҡҡа, ҡанунға һәм был урынға ҡаршы өйрәтә торған кеше ошо. Өҫтәүенә, йәһүд булмағандарҙы Алла Йортона алып килеп, был изге урынды мәсхәрә итте, – тип ҡысҡырҙылар.
29
Улар уны элегерәк ҡалала Ефес кешеһе Трофим менән бергә күргәнлектән: «Павел уны Алла Йортона ла алып ингән», – тип уйлайҙар ине.
30
Бөтә ҡалала ығы-зығы ҡупты, төрлө яҡтан халыҡ йыйылды. Павелды Алла Йортонан һөйрәп алып сыҡтылар ҙа, шунда уҡ ҡапҡаларҙы бикләп ҡуйҙылар.
31
Улар уны үлтерергә тырышҡан мәлдә, ғәскәриҙәр башлығына бөтә Иерусалимда башланған буталыш тураһында хәбәр иттеләр.
32
Ул шунда уҡ, ғәскәриҙәр һәм йөҙбашылар менән бергә, халыҡ йыйылған ергә йүгерҙе. Кешеләр, башлыҡты һәм ғәскәриҙәрҙе күреп, Павелды туҡмауҙан туҡтаны.
33
Ғәскәриҙәр башлығы яҡыныраҡ килеп Павелды ҡулға алырға, уны ике сылбыр менән бығауларға әмер бирҙе. – Был кеше кем һәм ул нимә эшләне? – тип һораны ул.
34
Халыҡ араһында берәүҙәр бер нәмә, икенселәре башҡа нәмә ҡысҡыра башланы. Ғәскәриҙәр башлығы бындай шау-шыуҙа эштең ниҙәлеген белә алманы, шунлыҡтан Павелды нығытмаға алып барырға ҡушты.
35
Улар баҫҡысҡа килеп еткәндә, халыҡ ҡыҫырыҡлағанлыҡтан, ғәскәриҙәргә Павелды күтәреп барырға тура килде.
36
Халыҡ төркөмө: – Үлем уға! – тип ҡысҡыра-ҡысҡыра эйәреп барҙы.
37
Нығытма ишектәренә яҡынлашҡас, Павел ғәскәриҙәр башлығына: – Һиңә бер нәмә әйтергә мөмкинме? – тине. – Һин грекса беләһең икән дә баһа! – тип ғәжәпләнде теге. –
38
Тимәк, элегерәк фетнә күтәреп, дүрт мең юлбаҫарҙы сүлгә алып сыҡҡан Мысыр кешеһе һин түгел?
39
– Мин – йәһүд, Киликия өлкәһендәге арыу уҡ танылған Тарс ҡалаһынан. Үтенәм, халыҡҡа һөйләргә рөхсәт ит, – тине Павел уға.
40
Ғәскәриҙәр башлығы рөхсәт бирҙе. Павел баҫҡыста торған килеш халыҡҡа ишара яһаны. Тәрән тынлыҡ урынлашты һәм Павел йәһүд телендә һөйләй башланы.
← Предыдущая
Деяния
Следующая →
1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
22
23
24
25
26
27
28
Выбор основного перевода
Синодальный
Современный
Перевод РБО. Радостная Весть
Юбилейное издание (Свет на Востоке)
Перевод свящ. Леонида Лутковского
Церковнославянский перевод
Аварский (магӀарул мацӀ)
Азербайджанский (Azärbaycanca)
Башкирский (башҡорт теле)
Беларускі пераклад
Грузинский (ქართული ენა)
Казахский (қазақ тілі)
Кумыкский (къумукъ тил)
Осетинский (ирон æвзаг)
Таджикский (тоҷикӣ)
Татарский (татарча)
Туркменский (Türkmençe)
Узбекский (ўзбекча)
Український переклад І. Огієнка
Чеченский (нохчийн мотт)
Чувашский (чӑвашла)
American Standard
Biblia Tysiąclecia
Deutsche Luther
Ελληνική μετάφραση
King James
Română traducere
Tradução português
Traducción al español
Traduction française
Traduzione italiana
Türkçe çeviri
中文 汉译
Новый русский перевод МБО