Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Инжир ағасынан ғибрәт алығыҙ. Уның ботаҡтары бөрөләнеп, япраҡ ярған саҡта, һеҙгә йәйҙең яҡын икәнлеге мәғлүм. Шулай уҡ, быларҙың бөтәһен күргәндә, Әҙәм Улының яҡын, ишек төбөндә генә булыуын белерһегеҙ. Ғайса ошондай ҡисса һөйләгән: – Берәүҙең йөҙөм баҡсаһында инжир ағасы үҫкән. Бер ваҡыт был кеше баҡсаға килгән дә, ағастан емеш эҙләй башлаған, ләкин таба алмаған. Шунан һуң баҡсасыға: «Бына мин өс йыл инде ошо инжир ағасының емешен йыйырға тип киләм, ләкин таба алмайым. Һин уны ҡырҡып ташла. Ни эшләп ул урын биләп тора?» – тигән. Баҡсасы былай тип яуаплаған: «Хужам, һин уны тағы бер йылға ҡалдырып тор, мин уның тирә-яғын ҡаҙып йомшартайым, тиреҫ һалайым. Алдағы йылда емеш бирмәҫме икән? Бирмәһә, ул саҡта ҡырҡып ташларһың». Ә инде сәнскәк һәм башҡа ҡый үләндәре үҫкән ерҙең файҙаһы юҡ, уға ҡарғыш янай һәм аҙаҡтан ул яндырылып юҡҡа сыға.
Выбор основного перевода