Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Ғайса, Иерусалимға инеп, Алла Йортона йүнәлде. Барыһын да ҡарап сыҡҡас, ваҡыт инде һуң булғанлыҡтан, ун ике шәкерте менән Вифанияға китте. Мәрйәм менән уның апаһы Марфа йәшәгән Вифания ауылында Лазарь исемле бер кеше ауырып китте. Мәрйәм – Раббының аяҡтарына хуш еҫле май һылап, сәстәре менән һөртөп алған ҡатын, ә сирле уларҙың ҡустылары ине. Шул сәбәпле Ғайса инде йәһүдтәр араһында асыҡтан-асыҡ йөрөмәҫ булды. Ул бынан сүллек янындағы Ефраим тигән ҡалаға китте һәм Үҙенең шәкерттәре менән шунда ҡалды. Ҡотҡарылыу байрамына алты көн ҡалғас, Ғайса Вифанияға килде. Ул Ғайса үлемдән терелткән Лазарь йәшәгән ауыл ине. Унда Ғайса хөрмәтенә мәжлес ҡорҙолар. Марфа хеҙмәт күрһәтеп йөрөнө, ә Лазарь Ғайса һәм башҡа ҡунаҡтар менән бергә табында ултырҙы. Мәрйәм бер ҡаҙаҡ бик ҡиммәтле хуш еҫле саф нард майы алып, Ғайсаның аяҡтарына һыланы һәм үҙенең сәсе менән һөртөп алды. Өй эсе майҙың хуш еҫе менән тулды. Шунда Ғайсаның шәкерттәренең береһе – Уға хыянат итәсәк Йәһүҙә Искариот: – Ниңә был майҙы өс йөҙ динарға һатып, фәҡирҙәргә өләшеп бирмәҫкә ине инде? – тип ҡуйҙы. Ул быны фәҡирҙәр хаҡында ҡайғыртҡандан түгел, ә ҡараҡ булғаны өсөн әйтте. Уртаҡ аҡса янсығын йөрөтөү уның вазифаһында ине һәм ул йыш ҡына унан үҙ ихтыяжына аҡса ала торғайны. Ғайса былай яуап бирҙе: – Мәрйәмде тыныслыҡта ҡалдыр! Ул был хуш еҫле майҙы Мине ерләү көнөнә һаҡларға тейеш ине. Фәҡирҙәр һәр ваҡыт һеҙҙең менән булыр, Мин иһә һәр ваҡыт янығыҙҙа булмам.
Выбор основного перевода