Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
– Ул ваҡытта шулай булыр: бер кеше, сәфәргә сығып киткәндә, хеҙмәтселәрен саҡырып алып, уларға үҙенең милкен ышанып ҡалдырған. Һәр ҡайһыһының һәләтенә ҡарап, береһенә ул биш талант, икенсеһенә ике талант, өсөнсөһөнә бер талант күләмендә аҡса биргән. Ә үҙе китеп барған. – Мин – ысын йөҙөм һабағы, Атам – йөҙөм үҫтереүсе. Имандаштарым, Раббы килгәнгә тиклем сабыр булығыҙ. Ерҙең ҡиммәтле уңыш биререн көткән игенсегә ҡарағыҙ: көҙгө һәм яҙғы ямғырҙар яуыуын ниндәй сабырлыҡ менән көтә ул! Һеҙ ҙә шулай сабыр булығыҙ, күңелегеҙҙе нығытығыҙ, сөнки Раббы киләсәк көн яҡын.
Выбор основного перевода