Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Ғайса ул «һеҙ, төҙөүселәр, кире ҡаҡҡан һәм иң мөһим мөйөш ташына әйләнгән таш». Изге Яҙмала был таш тураһында былай тип әйтелгән: «Бына, Сионда кешеләрҙе абындырасаҡ бер таш һәм улар абынып йығыласаҡ бер ҡая ҡуям. Әммә Уға инаныусы һис кем оятҡа ҡалмаҫ». Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Бына Мин, һайлап алып, Сионда нигеҙҙең ҡиммәтле мөйөш ташын һалам. Уға инаныусы һис кем оятҡа ҡалмаясаҡ». Шулай итеп, Ул һеҙ – иманлылар өсөн намыҫ билдәһе, ә иман тотмаусылар өсөн: «Төҙөүселәр, яраҡһыҙ, тип кире ҡаҡҡан таш иң мөһим мөйөш ташы булды. Ул – кешеләр абынасаҡ таш, улар абынып йығыласаҡ ҡая». Был ташҡа абыналар, сөнки Уға буйһонмайҙар. Был улар өсөн алдан билдәләнгән.
Выбор основного перевода