Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21
Параллельные места
Идарасы, байрам айҡанлы, халыҡ һораған бер тотҡондо азат итергә ғәҙәтләнгәйне. Ул ваҡытта яманаты киң таралған Варавва исемле бер тотҡон бар ине. Шуға күрә, халыҡ йыйылғас, Пилат уларҙан: – Кемде азат итеүемде теләйһегеҙ: Варавванымы, әллә Мәсих тип аталған Ғайсанымы? – тип һораны. Сөнки Пилат йәһүд башлыҡтарының Ғайсаны көнләшеүҙәре арҡаһында тотоп биреүен белә ине. Баш руханиҙар һәм аҡһаҡалдар иһә Варавваны иреккә сығарыуҙы, ә Ғайсаны үлем язаһына тарттырыуҙы талап итергә тип, халыҡты ҡотортоп ҡуйғайны. Идарасы халыҡ төркөмөнә мөрәжәғәт итте: – Һеҙгә был икәүҙең ҡайһыныһы кәрәк? Кемеһен азат итәйем? – Варавваны, – тип яуап бирҙеләр Пилатҡа. – Ә Мәсих тип аталған Ғайсаны нимә эшләтәйем? – Уны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлат! – тип яуап бирҙе бөтәһе лә. – Ул ниндәй яуызлыҡ ҡылған һуң? – Уны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлат! – тип тағы ла нығыраҡ ҡысҡырышты халыҡ төркөмө. Пилат, байрам айҡанлы, халыҡ һораған бер тотҡондо азат итә торғайны. Ул саҡта ихтилал ваҡытында кеше үлтергән фетнәселәр төрмәгә ябылғайны. Улар араһында Варавва тигән тотҡон да бар ине. Халыҡ төркөмө, Пилат янына килеп, уның ғәҙәттәгесә эш итеүен һорай башланы. – Һеҙгә йәһүдтәр Батшаһын азат итеп биреүемде теләйһегеҙме? – тип һораны Пилат уларҙан, сөнки ул баш руханиҙарҙың Ғайсаны көнсөллөк арҡаһында тотоп биреүҙәрен белә ине. Әммә баш руханиҙар, Ғайсаны түгел, Варавваны азат итеүен талап итегеҙ, тип халыҡты ҡотортоп ҡуйғайны. – Ә һеҙ йәһүдтәр Батшаһы тип атаған кешене нимә эшләтәйем? – тип һораны Пилат йәнә. – Уны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлат! – тип ҡысҡырҙылар. – Ул ниндәй яуызлыҡ эшләгән һуң? – тип һораны уларҙан Пилат. Әммә улар тағы ла нығыраҡ ҡысҡырышты: – Уны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлат! Пилат, халыҡҡа ярарға тырышып, уларға Варавваны азат итте, ә Ғайсаны, ҡамсылатҡандан һуң, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатырға тапшырҙы. Халыҡ бер тауыштан: – Быныһына – үлем! Беҙгә Варавваны азат ит! – тип ҡысҡырған. Варавва иһә ҡалалағы ихтилалда ҡатнашҡаны һәм кеше үлтергәне өсөн төрмәгә ултыртылған булған. Пилат, Ғайсаны иреккә сығарырға теләп, халыҡҡа тағы мөрәжәғәт иткән. Ләкин йәһүдтәр: – Уны арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлат, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлат! – тип ҡысҡыра биргән. Пилат иһә өсөнсө тапҡыр: – Ул ниндәй яуызлыҡ эшләгән һуң? Үлем язаһына тарттырырлыҡ бер ғәйебе лә юҡ бит. Шулай булғас, Уны сыбыртҡылайым да иреккә ебәрәм, – тигән. Әммә тегеләре ныҡышып, көслөрәк тауыш менән Ғайсаның арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланыуын талап иткән һәм уларҙың тауышы өҫтөнлөк алған. Пилат, улар теләгәнсә булһын, тип хәл иткән. Ихтилалда ҡатнашыуы һәм кеше үлтереүе өсөн төрмәгә ултыртылған Варавваны халыҡ һорауы буйынса азат иткән, ә Ғайсаны улар ихтыярына тапшырған.
Выбор основного перевода