Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21
Параллельные места
Ғайсаны ҡулға алған кешеләр Уны иң баш рухани Каиафа алдына алып килделәр. Унда ҡанун белгестәре һәм аҡһаҡалдар йыйылғайны. Ғайсаны иң баш рухани алдына алып килделәр. Унда бөтә баш руханиҙар, аҡһаҡалдар һәм ҡанун белгестәре йыйылды. Аннас менән Каиафа иң баш руханиҙар булған осорҙа, сүллектә көн күргән Яхъяға – Зәкәриәнең улына, Алланан хәбәр килгән. Улар, Ғайсаны тотоп, иң баш руханиҙың өйөнә алып килгән. Петр иһә, арттараҡ ҡалып, уларға эйәреп барған. Шунан Аннас Уны бәйләнгән хәлдә иң баш рухани Каиафа ҡаршыһына ебәрҙе. Ул уларға былай тигән: – Изге Яҙмала былай тиелгән: Мәсих ғазап сигергә, өсөнсө көндә үленән терелергә һәм, гонаһтары кисерелһен өсөн, тәүбә итеү Иерусалимдан башлап Уның исеменән барса халыҡтарға вәғәзләнергә тейеш. Араларынан береһе, ул йылда иң баш рухани булған Каиафа: – Һеҙ бер ни ҙә белмәйһегеҙ! Бөтә халыҡ һәләк булыуға ҡарағанда, халыҡ өсөн бер кешенең үлеүе һеҙҙең өсөн хәйерлерәк бит. Шуны аңламайһығыҙмы ни? – тине.
Выбор основного перевода