Toggle navigation
Главная
Переводы Библии
Комментарии к Библии
Библейские словари и энциклопедии
Новости
Выбор основного перевода
Синодальный
Современный
Перевод РБО. Радостная Весть
Юбилейное издание (Свет на Востоке)
Перевод свящ. Леонида Лутковского
Церковнославянский перевод
Аварский (магӀарул мацӀ)
Азербайджанский (Azärbaycanca)
Башкирский (башҡорт теле)
Беларускі пераклад
Грузинский (ქართული ენა)
Казахский (қазақ тілі)
Кумыкский (къумукъ тил)
Осетинский (ирон æвзаг)
Таджикский (тоҷикӣ)
Татарский (татарча)
Туркменский (Türkmençe)
Узбекский (ўзбекча)
Український переклад І. Огієнка
Чеченский (нохчийн мотт)
Чувашский (чӑвашла)
American Standard
Biblia Tysiąclecia
Deutsche Luther
Ελληνική μετάφραση
King James
Română traducere
Tradução português
Traducción al español
Traduction française
Traduzione italiana
Türkçe çeviri
中文 汉译
Новый русский перевод МБО
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Сделайте выбор
Комментарии Баркли
Новая Женевская Учебная Библия
Толкование Златоуста
Учебная Библия МакАртура
Толкование Жана Кальвина
Комментарии МакДональда к Библии
Серия комментариев МакАртура
Толкование Мэтью Генри
Толковая Библия Лопухина
Толкование Далласской семинарии
Толкование Блаженного Феофилакта Болгарского
Новый Библейский Комментарий
Комментарии Давида Стерна к Новому Завету
Комментарии Сперджена
Синодальный
Современный
Перевод РБО. Радостная Весть
Юбилейное издание (Свет на Востоке)
Перевод свящ. Леонида Лутковского
Церковнославянский перевод
Аварский (магӀарул мацӀ)
Азербайджанский (Azärbaycanca)
Башкирский (башҡорт теле)
Беларускі пераклад
Грузинский (ქართული ენა)
Казахский (қазақ тілі)
Кумыкский (къумукъ тил)
Осетинский (ирон æвзаг)
Таджикский (тоҷикӣ)
Татарский (татарча)
Туркменский (Türkmençe)
Узбекский (ўзбекча)
Український переклад І. Огієнка
Чеченский (нохчийн мотт)
Чувашский (чӑвашла)
American Standard
Biblia Tysiąclecia
Deutsche Luther
Ελληνική μετάφραση
King James
Română traducere
Tradução português
Traducción al español
Traduction française
Traduzione italiana
Türkçe çeviri
中文 汉译
Новый русский перевод МБО
Выбор книги основного перевода
От Иоанна
Яңы Ғәһедтә
Яңы Ғәһедтә
От Матфея
Яңы Ғәһедтә
Книга От Матфея в переводе Башкирский (башҡорт теле)
От Марка
Яңы Ғәһедтә
Книга От Марка в переводе Башкирский (башҡорт теле)
От Луки
Яңы Ғәһедтә
Книга От Луки в переводе Башкирский (башҡорт теле)
От Иоанна
Яңы Ғәһедтә
Книга От Иоанна в переводе Башкирский (башҡорт теле)
Деяния
Яңы Ғәһедтә
Книга Деяния в переводе Башкирский (башҡорт теле)
Иакова
Яңы Ғәһедтә
Книга Иакова в переводе Башкирский (башҡорт теле)
1. Петра
Яңы Ғәһедтә
Книга 1. Петра в переводе Башкирский (башҡорт теле)
2. Петра
Яңы Ғәһедтә
Книга 2. Петра в переводе Башкирский (башҡорт теле)
1. Иоанна
Яңы Ғәһедтә
Книга 1. Иоанна в переводе Башкирский (башҡорт теле)
2. Иоанна
Яңы Ғәһедтә
Книга 2. Иоанна в переводе Башкирский (башҡорт теле)
3. Иоанна
Яңы Ғәһедтә
Книга 3. Иоанна в переводе Башкирский (башҡорт теле)
Иуды
Яңы Ғәһедтә
Книга Иуды в переводе Башкирский (башҡорт теле)
К Римлянам
Яңы Ғәһедтә
Книга К Римлянам в переводе Башкирский (башҡорт теле)
1. Коринфянам
Яңы Ғәһедтә
Книга 1. Коринфянам в переводе Башкирский (башҡорт теле)
2. Коринфянам
Яңы Ғәһедтә
Книга 2. Коринфянам в переводе Башкирский (башҡорт теле)
К Галатам
Яңы Ғәһедтә
Книга К Галатам в переводе Башкирский (башҡорт теле)
К Ефесянам
Яңы Ғәһедтә
Книга К Ефесянам в переводе Башкирский (башҡорт теле)
К Филиппийцам
Яңы Ғәһедтә
Книга К Филиппийцам в переводе Башкирский (башҡорт теле)
К Колоссянам
Яңы Ғәһедтә
Книга К Колоссянам в переводе Башкирский (башҡорт теле)
1. Фессалоникийцам
Яңы Ғәһедтә
Книга 1. Фессалоникийцам в переводе Башкирский (башҡорт теле)
2. Фессалоникийцам
Яңы Ғәһедтә
Книга 2. Фессалоникийцам в переводе Башкирский (башҡорт теле)
1. Тимофею
Яңы Ғәһедтә
Книга 1. Тимофею в переводе Башкирский (башҡорт теле)
2. Тимофею
Яңы Ғәһедтә
Книга 2. Тимофею в переводе Башкирский (башҡорт теле)
К Титу
Яңы Ғәһедтә
Книга К Титу в переводе Башкирский (башҡорт теле)
К Филимону
Яңы Ғәһедтә
Книга К Филимону в переводе Башкирский (башҡорт теле)
К Евреям
Яңы Ғәһедтә
Книга К Евреям в переводе Башкирский (башҡорт теле)
Откровение
Яңы Ғәһедтә
Книга Откровение в переводе Башкирский (башҡорт теле)
← Предыдущая
От Иоанна
Следующая →
1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
1
Ғайса Зәйтүн тауына китте.
2
Иртә менән яңынан Алла Йортона килгәс, Уның янына бик күп халыҡ йыйылды. Ул, ултырып, уларҙы өйрәтә башланы.
3
Шул саҡта ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар, зина ҡылып тотолған бер ҡатынды алып килеп, халыҡ алдына баҫтырып ҡуйҙылар ҙа
4
Ғайсаға: – Остаз! Был ҡатын зина ҡылғанда тотолдо.
5
Ҡанунда Муса бындайҙарҙы таш менән бәреп үлтерергә ҡушҡан. Һин ни әйтерһең? – тинеләр.
6
Улар быны Ғайсаны һынар өсөн, бәлки, ғәйепләргә берәй һылтау табырбыҙ, тигән уйҙан сығып әйтте. Әммә Ғайса, түбән эйелеп, бармағы менән ергә ниҙер яҙа башланы.
7
Тегеләр һорау биреүен дауам иткәс, күтәрелеп уларға: – Һеҙҙең ҡайһығыҙ бер ҡасан да гонаһ ҡылмаған, шул башлап уға таш атһын, – тине
8
һәм, эйелеп, ергә яҙыуын дауам итте.
9
Быны ишеткәс, өлкәндәренән башлап бер-бер артлы сығып киттеләр. Ғайса Үҙенең алдында баҫып торған ҡатын менән яңғыҙ ҡалды.
10
Ғайса уға күтәрелеп ҡараны: – Ханым, ҡайҙа улар? Һине бер кем дә хөкөм итмәнеме?
11
Ҡатын: – Бер кем дә, Әфәндем, – тип яуапланы. – Мин дә һине хөкөм итмәйем. Бар, бүтәнсә гонаһ ҡылма, – тине Ғайса.
12
Ғайса йәнә халыҡҡа өндәште: – Мин донъяға яҡтылыҡ бирәм. Миңә эйәргәндәр ҡараңғыла аҙашып йөрөмәҫ, сөнки уларҙың тормошҡа алып барыусы яҡтылығы буласаҡ.
13
– Һин Үҙ хаҡыңда Үҙең шаһитлыҡ ҡылаһың. Һинең шаһитлығың хаҡ түгел, – тине фарисейҙар Уға.
14
Ғайса уларға: – Үҙ хаҡымда Үҙем шаһитлыҡ ҡылһам да, әйткәндәрем ысын, сөнки Мин ҡайҙан килеп ҡайҙа барыуымды беләм, ә һеҙ Минең ҡайҙан килеп ҡайҙа барыуымды белмәйһегеҙ, – тип яуап бирҙе. –
15
Һеҙ кешеләр үлсәме менән хөкөм йөрөтәһегеҙ, ә Мин бер кемде лә хөкөм итмәйем.
16
Иткән хәлдә лә, хөкөмөм хаҡ, сөнки яңғыҙ түгелмен: Мин Үҙемде ебәргән Атам менән бергәмен.
17
Һеҙҙең ҡанунығыҙҙа: «Ике шаһиттың һүҙе хаҡ», – тиелгән.
18
Беҙ – ике шаһит, Мин һәм Мине ебәргән Атам, икебеҙ ҙә Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылабыҙ.
19
Ғайсанан: – Һинең Атаң ҡайҙа һуң? – тип һоранылар. Ғайса: – Һеҙ Мине лә, Минең Атамды ла белмәйһегеҙ. Әгәр Мине белһәгеҙ, Атамды ла белер инегеҙ, – тип яуап бирҙе.
20
Ғайса был һүҙҙәрҙе Алла Йортонда саҙаҡа һандығы янында өйрәткәндә әйтте. Бер кем дә Үҙен ҡулға алып маташманы, сөнки Уның ваҡыты килеп етмәгәйне әле.
21
Ғайса уларға йәнә: – Мин китермен. Һеҙ Мине эҙләрһегеҙ, әммә ышанмау гонаһы менән үлерһегеҙ. Мин барасаҡ урынға бара алмаҫһығыҙ, – тине.
22
– Уның: «Мин барасаҡ урынға бара алмаҫһығыҙ», – тигәне нимәне аңлата икән? Әллә Ул Үҙен Үҙе үлтермәксеме? – тиеште йәһүдтәр.
23
Ғайса: – Һеҙ бынан, ерҙән, Мин – юғарынан. Һеҙ был донъяныҡы, ә Мин был донъяныҡы түгел, – тип яуапланы.
24
– Мин һеҙгә: «Үҙ гонаһтарығыҙ менән үлерһегеҙ», – тинем. Быны әйттем, сөнки, әгәр ҙә һеҙ Минең – Шул булыуыма ышанмаһағыҙ, гонаһлы булып үлерһегеҙ.
25
– Кем һуң Һин? – тип һоранылар Унан. – Быны һеҙгә күптән әйтә киләм, – тине Ғайса. –
26
Һеҙҙең хаҡта күпте һөйләп, һеҙҙе хөкөм итә алыр инем. Әммә Мин донъяға бары тик Үҙемде Ебәреүсенән ишеткәнемде генә һөйләйем, ә Ул дөрөҫтө әйтә.
27
Улар Ғайсаның Ата хаҡында һөйләүен аңламаны.
28
Ә Ғайса һүҙен дауам итте: – Һеҙ, Әҙәм Улын юғары күтәргәнегеҙҙән һуң, Минең Шул булыуымды аңларһығыҙ. Ул ваҡытта Үҙ белдегем менән бер ни ҙә ҡылмауымды һәм, Атам нисек өйрәткән булһа, шулай ғына һөйләүемде лә белерһегеҙ.
29
Мине Ебәреүсе янымда, Ул Мине яңғыҙ ҡалдырманы, сөнки һәр ваҡыт Ул хуп күргәнде эшләйем.
30
Ул быларҙы һөйләгән ваҡытта күптәр Уға инанды.
31
Ғайса Үҙенә инанған йәһүдтәргә: – Минең һүҙемде тотһағыҙ, ысын шәкерттәрем булырһығыҙ.
32
Ана шунда хәҡиҡәтте белерһегеҙ һәм ул һеҙҙе ирекле итер, – тине.
33
Уға ҡаршы: – Беҙ Ибраһим нәҫеленән, – тинеләр, – һәм һис ҡасан да бер кемдең дә ҡоло булманыҡ. Шулай булғас нисек Һин: «Ирекле булырһығыҙ», – тиһең?
34
– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: гонаһ ҡылыусы һәр кем – гонаһтың ҡоло, – тип яуап бирҙе Ғайса. –
35
Ҡол ғаиләлә ваҡытлыса ғына тора, ә атаның улы мәңгегә ғаилә ағзаһы була.
36
Шуға күрә, әгәр ҙә Ата Улы һеҙҙе ирекле итһә, һеҙ ысындан да ирекле буласаҡһығыҙ.
37
Мин һеҙҙең Ибраһим нәҫеленән икәнегеҙҙе беләм. Шуға ҡарамаҫтан, Мине үлтерергә теләйһегеҙ, сөнки һүҙҙәремә күңелегеҙҙә урын юҡ.
38
Мин Атам янында күргәндәрем тураһында һөйләйем, ә һеҙ үҙ атағыҙҙан ишеткәнде ҡылаһығыҙ.
39
Улар: – Беҙҙең атабыҙ – Ибраһим! – тип яуап бирҙе. – Әгәр ҙә һеҙ ысынлап та Ибраһим балалары булһағыҙ, уның кеүек эшләр инегеҙ.
40
Һеҙ, киреһенсә, Мине, Алланан ишеткән хәҡиҡәтте һөйләгән кешене, үлтерергә теләйһегеҙ. Ибраһим шулай эшләнеме ни?!
41
Юҡ, һеҙ үҙегеҙҙең ысын атағыҙҙың эшен ҡылаһығыҙ, – тине Ғайса. Тегеләр: – Беҙ уйнаштан тыумағанбыҙ, беҙҙең атабыҙ бер генә: Ул – Алла, – тинеләр.
42
Ғайса уларға былай тине: – Атағыҙ Алла булһа, һеҙ Мине яратыр инегеҙ, сөнки Мин янығыҙға Алланан килдем. Мин Үҙ белдегем менән килмәнем, Мине Ул ебәрҙе.
43
Ниңә һеҙ Минең нимә тураһында һөйләүемде аңламайһығыҙ? Һеҙ бит Һүҙҙәремде тыңларға теләмәйһегеҙ.
44
Һеҙҙең атағыҙ – Иблис, һәм һеҙ атағыҙҙың теләктәрен үтәргә теләйһегеҙ. Ул баштан уҡ кеше үлтереүсе булған һәм хәҡиҡәт менән бер ниндәй ҙә уртаҡлығы юҡ, сөнки унда хәҡиҡәт юҡ. Ул ялғанды һөйләгәндә үҙ асылы буйынса эшләй, ул – ялғансы һәм ялғандың атаһы.
45
Мин хәҡиҡәтте һөйләгәнгә күрә, һеҙ Миңә ышанмайһығыҙ.
46
Минең гонаһ ҡылғанымды ҡайһығыҙ фашлай алыр? Әгәр хәҡиҡәт һөйләйем икән, ни өсөн Миңә ышанмайһығыҙ?
47
Кем Алланан, шул Уның һүҙен тыңлар; ә һеҙ, Алланан булмағанға күрә, тыңламайһығыҙ.
48
– «Һин Самария кешеһе, һиңә ен эйәләшкән», – тип әйтеүебеҙ дөрөҫ икән, – тине йәһүдтәр.
49
Ғайса: – Миңә ен эйәләшмәгән. Мин Атамды хөрмәт итәм, ә һеҙ Мине хурлайһығыҙ.
50
Мин Үҙемә дан эҙләмәйем, Миңә дан Эҙләүсе башҡа Берәү, һәм Ул хөкөм итә.
51
Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: кем Минең һүҙемде тота, шул бер ҡасан да үлем күрмәйәсәк, – тип яуап бирҙе.
52
– Бына хәҙер һиңә ен эйәләшкәнлегенә бер шигебеҙ ҙә ҡалманы, – тине йәһүдтәр. – Ибраһим да, пәйғәмбәрҙәр ҙә үлде, ә һин: «Кем Минең һүҙемде тота, шул бер ҡасан да үлмәйәсәк», – тиһең.
53
Һин атабыҙ Ибраһимдан да бөйөгөрәкме ни? Ул үлгән, пәйғәмбәрҙәр ҙә үлгән. Үҙеңде кем тип һанайһың?
54
Ғайса: – Мин Үҙемде Үҙем данлаһам, даным бер ни ҙә тормаҫ ине. Миңә һеҙ ҙә «Аллабыҙ» тип атаған Атам данлы бөйөклөк бирә.
55
Һеҙ Уны белмәйһегеҙ, ә Мин беләм. Әгәр ҙә Мин Уны белмәйем тиһәм, һеҙҙең кеүек үк ялғансы булыр инем. Әммә Мин Уны беләм һәм Уның һүҙен тотам.
56
Атағыҙ Ибраһим Мин килгән көндө күрәсәгенә шатланды һәм уны күреп ҡыуанды, – тип яуап бирҙе.
57
Йәһүдтәр Уның был һүҙҙәренә: – Һиңә әле илле йәш тә юҡ. Нисек итеп Һин Ибраһимды күрҙең? – тинеләр.
58
Ғайса уларға: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Ибраһим тыуғанға тиклем үк Мин бар инем инде, – тип яуап бирҙе.
59
Шул саҡта йәһүдтәр Уға бәреү өсөн ҡулдарына таш алды, әммә Ғайса йәшеренде һәм Алла Йортонан сығып китте.
← Предыдущая
От Иоанна
Следующая →
1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
Выбор основного перевода
Синодальный
Современный
Перевод РБО. Радостная Весть
Юбилейное издание (Свет на Востоке)
Перевод свящ. Леонида Лутковского
Церковнославянский перевод
Аварский (магӀарул мацӀ)
Азербайджанский (Azärbaycanca)
Башкирский (башҡорт теле)
Беларускі пераклад
Грузинский (ქართული ენა)
Казахский (қазақ тілі)
Кумыкский (къумукъ тил)
Осетинский (ирон æвзаг)
Таджикский (тоҷикӣ)
Татарский (татарча)
Туркменский (Türkmençe)
Узбекский (ўзбекча)
Український переклад І. Огієнка
Чеченский (нохчийн мотт)
Чувашский (чӑвашла)
American Standard
Biblia Tysiąclecia
Deutsche Luther
Ελληνική μετάφραση
King James
Română traducere
Tradução português
Traducción al español
Traduction française
Traduzione italiana
Türkçe çeviri
中文 汉译
Новый русский перевод МБО