Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21
Параллельные места
Ул Үҙе күргән һәм ишеткәндәре хаҡында шаһитлыҡ ҡыла, ләкин Уның һүҙҙәрен бер кем дә ҡабул итмәй. Уның һүҙҙәрен ҡабул иткән кеше иһә бының менән Алланың хаҡ булыуын раҫлай. Кем Алланан, шул Уның һүҙен тыңлар; ә һеҙ, Алланан булмағанға күрә, тыңламайһығыҙ. Минең һарыҡтарым Минең тауышымды ишетә, Мин дә уларҙы таныйым һәм улар Минең артымдан бара. Бар тереклеккә йән биреүсе Алла алдында һәм тоғро иманын раҫлап Понтий Пилатҡа шаһитлыҡ биргән Ғайса Мәсих алдында һиңә аманат әйтәм: Шулай итеп беҙ үҙебеҙҙең хәҡиҡәткә ҡарауыбыҙҙы белербеҙ һәм йөрәктәребеҙҙе Алла ҡаршыһында тынысландыра алырбыҙ, Беҙ – Алланан. Алланы танып белеүсе беҙҙе тыңлай. Алланан булмағандар иһә беҙҙе тыңламай. Шуның аша беҙ хәҡиҡәт Рухын һәм ялғанлыҡ рухын таныйбыҙ.
Выбор основного перевода