Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21
Параллельные места
Баш руханиҙар һәм бөтә Юғары кәңәшмә, Ғайсаны үлемгә хөкөм итер өсөн, Уға ҡаршы ялған шаһитлыҡ эҙләне. Ләкин күп ялған шаһиттар килеп һөйләһә лә, Уның бер ғәйебен дә таба алманылар. Ниһайәт, шаһитлыҡ күрһәтергә ике кеше сыҡты. Улар: – Был кеше: «Мин Алла Йортон емереп, уны өс көн эсендә яңынан төҙөй алам», – тип әйтте, – тинеләр. Шул мәлдә иң баш рухани тороп, Ғайсаға: – Һин быларҙың ғәйепләүенә бер нисек тә яуап ҡайтармайһыңмы ни? – тине. Әммә Ғайса бер нәмә лә өндәшмәне. Иң баш рухани Унан: – Мәңге тере Алла алдында ант итеп әйтеүеңде талап итәм: Һин Алла Улы Мәсихме? – тип һораны. Ғайса уға: – Быны һин үҙең әйттең, – тип яуап бирҙе. – Ә Мин һеҙгә шуны әйтәм: ошо мәлдән башлап Әҙәм Улының Ҡөҙрәт Эйәһенең уң яғында ултырғанын һәм болоттар өҫтөндә килгәнен күрерһегеҙ! Шунда иң баш рухани үҙенең өҫ кейемен йыртып: – Ул көфөр һөйләне! Ниңә беҙгә тағы шаһиттар кәрәк? Уның Алланы хурлаған һүҙҙәрен әле генә үҙегеҙ ишеттегеҙ! Ниндәй ҡарар сығарырһығыҙ? – тип һораны. – Ул ғәйепле һәм үлергә тейеш, – тине улар. Шунан Ғайсаның йөҙөнә төкөрҙөләр, йоҙроҡлап туҡманылар, ҡайһылары: – Эй, Мәсих, Һин пәйғәмбәр бит, шуға әйт беҙгә: Һиңә кем һуҡты? – тип Уның яңағына тондорҙо. Баш руханиҙар һәм бөтә Юғары кәңәшмә, Ғайсаны үлемгә хөкөм итеү өсөн, Уға ҡаршы шаһитлыҡ эҙләне, ләкин таба алманы. Күптәр Уға ҡаршы ялған шаһитлыҡ ҡылды, әммә уларҙың дәлилдәре бер-береһенә тап килмәне. Ҡайһы берәүҙәр, Уға ҡаршы ялған шаһитлыҡ биреп: – Беҙ Уның: «Мин кеше ҡулы менән һалынған ошо Алла Йортон емереп, өс көн эсендә кеше ҡулы менән һалынмаған башҡаһын төҙөрмөн», – тигәнен ишеттек, – тинеләр. Ләкин уларҙың был дәлилдәре лә бер-береһенә тап килмәне. Шул мәлдә иң баш рухани уртаға сығып Ғайсанан: – Һин быларҙың ғәйепләүенә бер нисек тә яуап ҡайтармайһыңмы ни? – тип һораны. Әммә Ғайса өндәшмәне, бер ни тип тә яуап ҡайтарманы. Иң баш рухани Унан тағы: – Һин мөбәрәк Алланың Улы Мәсихме? – тип һораны. – Эйе, Мин, – тине Ғайса. – Һеҙ Әҙәм Улының Ҡөҙрәт Эйәһенең уң яғында ултырғанын һәм күктәге болоттар араһында килгәнен күрерһегеҙ! Иң баш рухани кейемен йыртып ебәрҙе: – Ниңә беҙгә тағы шаһиттар кәрәк? Уның Алланы хурлаған һүҙҙәрен үҙегеҙ ишеттегеҙ! Нимә уйлайһығыҙ был хаҡта? Бөтәһе лә, Ул ғәйепле һәм үлергә тейеш, тигән фекер менән килеште. Ҡайһы берәүҙәр Уға төкөрә, йөҙөн ҡаплап: «Әйҙә пәйғәмбәрлек ит инде!» – тип йоҙроҡлай башланы. Шунан уны һаҡсылар туҡмарға тотондо. Ғайсаны һаҡлап тороусылар уны мыҫҡыл иткән һәм туҡмаған. Күҙҙәрен ҡаплап: – Һин пәйғәмбәр бит, әйт: Һиңә кем һуҡты? – тип һорағандар. Бынан башҡа ла Уға ҡаршы күп мыҫҡыллау һүҙҙәре әйткәндәр. Таң менән халыҡ аҡһаҡалдары, баш руханиҙар һәм ҡанун белгестәре Юғары кәңәшмә йыйылышына килгән һәм Ғайсаны йыйылыш алдына баҫтырып: – Әйт әле беҙгә: Һин Мәсихме? – тип һорағандар. Ғайса уларға: – Әгәр әйтһәм, ышанмаясаҡһығыҙ. Ә инде һеҙҙән һораһам, Миңә яуап бирмәйәсәкһегеҙ. Ошо мәлдән башлап Әҙәм Улы Ҡөҙрәтле Алланың уң яғында ултырыр, – тигән. – Улай булғас, Һин Алла Улымы? – тигән бөтәһе лә. – Һеҙ үҙегеҙ Минең Ул икәнлегемде әйтәһегеҙ, – тип яуап биргән Ғайса уларға. – Беҙгә тағы бер шаһитлыҡ нимәгә кәрәк? Быны беҙ Уның Үҙ ауыҙынан ишеттек, – тигән тегеләр.
Выбор основного перевода