Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21
Параллельные места
Ә Мин һеҙгә әйтәм: үҙеңә яуызлыҡ ҡылыусыға ҡаршы торма. Уң яңағыңа һуҡҡан кешегә һул яңағыңды ла ҡуй. Иң баш рухани Анания Павел янында тороусыларға уның ауыҙына һуғырға ҡушты. Павел уға: – Эй һин, ағартылған диуар, һине Алла һуғасаҡ! Һин ҡанун буйынса мине хөкөм итергә тип ултыраһың, ә үҙең ҡанунға ҡаршы килеп, миңә һуғырға әмер бирәһең, – тине. – Һин Алланың иң баш руханийын мыҫҡыл итәһеңме? – тинеләр уның янында тороусылар. – Мин, туғандар, уның иң баш рухани икәнен белмәнем, – тине Павел. – Изге Яҙмала: «Үҙ халҡың менән идара иткән кеше тураһында насар һөйләмә», – тип яҙылған бит.
Выбор основного перевода