Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21
Параллельные места
Петр иһә, арттараҡ ҡалып, иң баш руханиҙың ихатаһына тиклем Ғайсаға эйәреп барҙы. Ихатаға ингәс, эштең нисек барып бөтөрөн күрер өсөн, һаҡсылар эргәһенә барып ултырҙы. Петр иһә, арттараҡ ҡалып, иң баш руханиҙың ихатаһына тиклем Ғайсаға эйәреп барҙы. Ул унда һаҡсылар менән бергә усаҡ янына ултырып йылына башланы. Улар, Ғайсаны тотоп, иң баш руханиҙың өйөнә алып килгән. Петр иһә, арттараҡ ҡалып, уларға эйәреп барған. Ихата уртаһында усаҡ яғылған, уны тирәләп ултырған кешеләр араһынан Петр ҙа урын алған. Петр менән әлеге шәкерт ҡәбер янына китте. Петр боролоп ҡараны ла арттарынан Ғайсаның яратҡан шәкерте килеүен күрҙе. Был – киске аш табынында Ғайсаның эргәһендә ултырған һәм: «Хужам! Һиңә кем хыянат итәсәк?» – тип һораған шәкерт ине. Шулай бер көн, көндөҙгө өстәр тирәһендә, доға ҡылыу ваҡытында, Петр менән Яхъя Алла Йортона килде.
Выбор основного перевода