Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21
Параллельные места
Ҡайғы һеҙгә, ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар! Ике йөҙлөләр! Һеҙ бөтнөктөң, укроптың һәм аҡ әнистең ундан бер өлөшөн бирәһегеҙ, ә ҡанундағы иң мөһим талаптарҙы – ғәҙеллекте, шәфҡәтте һәм Аллаға тоғролоҡто – ситтә ҡалдыраһығыҙ. Быларҙы үтәргә һәм бүтән талаптарҙы ла онотмаҫҡа кәрәк ине. Иртән иртүк бөтә баш руханиҙар һәм халыҡ аҡһаҡалдары кәңәшкә йыйылып, Ғайса үлтерелергә тейеш, тип ҡарар ҡылды. Уны бәйләп Рим идарасыһы Пилатҡа алып барып тапшырҙылар. Иртән үк баш руханиҙар менән аҡһаҡалдар, ҡанун белгестәре һәм бөтә Юғары кәңәшмә бергә йыйылышып кәңәш ҡорҙолар ҙа, Ғайсаны бәйләп, Пилатҡа алып барып тапшырҙылар. Кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙың барыһы ла тороп, Ғайсаны Пилат янына алып килгән. Йәһүдтәрҙең Ҡотҡарылыу байрамы яҡынлашҡайны. Байрам алдынан таҙарыныу йолаһын башҡарырға тип, Иерусалимға илдең төрлө төбәктәренән күп кеше килде. – Һеҙ, әлбиттә, йәһүдкә башҡа халыҡ кешеләре менән аралашырға, ҡунаҡҡа йөрөргә рөхсәт ителмәгәнен беләһегеҙ. Әммә Алла миңә бер кемде лә шаҡшы йәки харам тип иҫәпләмәҫкә кәрәклеген күрһәтте. Петр Иерусалимға килгәс, сөннәтле иман тотоусылар уны: – Һин сөннәтһеҙ кешеләр янына инеп, улар менән бергә ашағанһың, – тип әрләнеләр.
Выбор основного перевода