Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21
Параллельные места
Ғайса, ғибәҙәтханаларҙа өйрәтеп һәм Күктәр Батшалығы хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп, халыҡты барлыҡ ауырыуҙарынан, сырхауҙарынан һауыҡтырып, бар Галилеяны йөрөп сыҡты. Мин һеҙгә ҡараңғыла һөйләгәндәрҙе көн яҡтыһында һөйләгеҙ, ҡолағығыҙға шыбырлап әйткәнде өй ҡыйығынан иғлан итегеҙ. Шунда Ғайса кешеләр төркөмөнә: – Һеҙ ни өсөн Мине тоторға ҡылыстар һәм суҡмарҙар күтәреп сыҡҡанһығыҙ? Юлбаҫармы ни Мин? Мин көн һайын Алла Йортонда ултырып өйрәттем һәм һеҙ Мине тотманығыҙ. Ғайса быларҙы Капернаумдағы ғибәҙәтханала өйрәткән саҡта һөйләне. Байрамдың уртаһы еткәндә Ғайса Алла Йортона инеп өйрәтә башланы. Ана, Ул асыҡтан-асыҡ һөйләй, ә тегеләр Уға ҡаршы бер һүҙ ҙә әйтмәй. Әллә башлыҡтар Уны ысынлап та Мәсих тип уйлаймы икән?
Выбор основного перевода