Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Үҙҙәрен тәҡүә һанап, башҡаларға түбәнһетеп ҡараусыларҙың ҡайһы берҙәренә Ғайса ошондай ҡисса һөйләгән: – Ике кеше доға ҡылыр өсөн Алла Йортона ингән: береһе – фарисей, икенсеһе – һалым йыйыусы. Фарисей, тороп, былай тип доға ҡылған: «Аллам! Мин һиңә башҡалар кеүек – талаусы ла, алдаҡсы ла, зина ҡылыусы ла, йәки бына ошо һалым йыйыусы кеүек булмағаным өсөн рәхмәт белдерәм. Аҙнаһына ике тапҡыр ураҙа тотам, табышымдың ундан бер өлөшөн Һиңә бирәм». Һалым йыйыусы иһә ситтәрәк баҫып торған һәм күккә ҡарарға ла ҡыймаған, ә сәсен йолҡҡослап: «Аллам, миңә, гонаһлыға, мәрхәмәтле булсы!» – тип үтенгән. Һеҙгә әйтәм, тәүгеһе түгел, ә быныһы Алла алдында аҡланып үҙ өйөнә ҡайтып киткән; сөнки үҙен үҙе күтәреүсе һәр кем – түбәнһетелер, үҙен түбәнһетеүсе – күтәрелер. Ғайса уларға былай тине: – Мин – тормош икмәге. Миңә килеүсе бер ҡасан да асыҡмаҫ. Миңә инаныусы бер ҡасан да һыуһамаҫ. Улар инде бер ҡасан да асыҡмаҫ та, һыуһамаҫ та, бүтән үҙҙәрен ҡояш та, эҫелек тә көйҙөрмәҫ. Тәхет уртаһындағы Бәрәс уларға Көтөүсе булыр, тереклек һыуы булған шишмәләргә алып барыр, Алла иһә уларҙың күҙендәге һәр йәш бөртөгөн һөртөр.
Выбор основного перевода