Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Ғайса янына фарисейҙар килде. Уны һынарға теләп: – Ир кешегә ниндәйҙер сәбәп менән ҡатынын айырырға рөхсәт ителәме? – тип һоранылар. – Кешене бар иткәндә, Булдырыусы тәүҙән үк «уларҙы ир һәм ҡатын итеп яратты», – тигәнде уҡыманығыҙмы ни? – тип яуап бирҙе Ғайса. – Алла шулай уҡ: «Шуға күрә, ир кеше, атаһы менән әсәһен ҡалдырып, ҡатынына ҡушылыр һәм икеһе бер тән булырҙар», – тигән. Тимәк, улар инде икәү түгел, ә бер бөтөн. Шулай булғас, Алла ҡушҡанды кеше айырмаһын. – Ниңә һуң Муса ир кешегә, ҡатынына айырылышыу ҡағыҙы биреп, айырырға рөхсәт иткән? – тине улар. – Ул күңелдәрегеҙ ҡаты булғанға күрә ҡатынығыҙ менән айырылышырға рөхсәт биргән. Тәүҙән улай түгел ине, – тине Ғайса. – Һеҙгә әйтәм: ир кеше, ҡатынының зина ҡылыу сәбәбе булмайынса, уны айырып башҡаға өйләнһә, ул зина ҡыла. – Ҡатынын айырып, башҡаға өйләнгән ир ҡатынына ҡарата зина ҡыла, – тине Ғайса. – Иренән айырылып, башҡаға кейәүгә сыҡҡан ҡатын да зина ҡыла.
Выбор основного перевода