Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Ҡайғы һеҙгә, һуҡыр юлбашсылар! Һеҙ: «Алла Йорто менән ант иткән кешенең анты бер ни ҙә тормай, әммә кемдер Алла Йортоноң алтыны менән ант итә икән, ул уны үтәргә тейеш», – тип өйрәтәһегеҙ. Алйоттар, һуҡырҙар! Ҡайһыһы мөһимерәк: алтынмы әллә алтынды изге итеүсе Алла Йортомо? Һәм тағы: «Ҡорбан килтереү урыны менән ант иткән кешенең анты бер ни ҙә тормай, ҡорбан килтереү урынындағы бүләк менән ант итһә инде, ул уны үтәргә тейеш», – тиһегеҙ. Һуҡырҙар! Ҡайһыһы мөһимерәк: бүләкме, әллә бүләкте изге итеүсе ҡорбан килтереү урынымы? Шуға күрә, ҡорбан килтереү урыны менән ант иткән кеше уның менән дә, уның өҫтөндәге бөтә нәмә менән дә ант иткән була. Һәм Алла Йорто менән ант иткән кеше уның менән дә, уның эсендә Йәшәүсе менән дә ант иткән була. Ә күк менән ант иткән кеше Алла тәхете һәм унда Ултырыусы менән ант иткән була. «Күк – Минең тәхетем, Ә ер – Минең аяҡ терәү урыным. Һеҙ Миңә ниндәй йорт һала алырһығыҙ? – ти Раббы. Минең йәшәй торған урыным ниндәй? Әммә, имандаштарым, бөтәһенән бигерәк, күк менән дә, ер менән дә, бүтән берәй нәмә менән дә ант итмәгеҙ. Алла хөкөмөнә юлыҡмаҫ өсөн, һеҙҙең «Эйе» тигәнегеҙ «Эйе», «Юҡ» тигәнегеҙ «Юҡ» булһын.
Выбор основного перевода