Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Һеҙгә, Мине тыңлаусыларға әйтәм: дошмандарығыҙҙы яратығыҙ, һеҙҙе күрә алмаусыларға яҡшылыҡ ҡылығыҙ, үҙегеҙҙе ҡарғаған кешеләргә фатихағыҙҙы бирегеҙ һәм рәнйетеүселәр өсөн доға ҡылығыҙ. Бер яңағыңа һуҡҡан кешегә икенсе яңағыңды ла ҡуй, өҫ кейемеңде тартып алыусыға күлдәгеңде лә тартып алырға ҡамасаулама. Һораған һәр кешегә һорағанын бир, үҙеңдекен алған кешенән кире һорама. Башҡаларҙың һеҙгә нимә эшләүен теләһәгеҙ, уларға шуны уҡ эшләгеҙ. Үҙегеҙҙе яратҡандарҙы ғына яратһағыҙ, һеҙгә нимә өсөн рәхмәт әйтергә һуң? Гонаһлылар ҙа үҙҙәрен яратҡан кешеләрҙе ярата. Үҙегеҙгә яҡшылыҡ эшләүселәргә генә яҡшылыҡ ҡылһағыҙ, һеҙгә ни өсөн рәхмәт әйтергә? Гонаһлылар ҙа шулай эшләй. Бурысҡа биргәндә, кире алырмын, тип уйлап бирһәгеҙ, һеҙгә ни өсөн рәхмәт әйтергә? Гонаһлылар ҙа бер-береһенә бурысҡа биргәндә шул уҡ кимәлдә кире ҡайтарыуға иҫәп тота. Ә һеҙ дошмандарығыҙҙы яратығыҙ, кешеләргә яҡшылыҡ эшләгеҙ, кире алырға өмөт итмәйенсә, бурысҡа бирегеҙ. Шулай итһәгеҙ, һеҙгә әжер мул төшөр һәм Аллаһы Тәғәләнең балалары булырһығыҙ. Сөнки Ул яҡшылыҡтың ҡәҙерен белмәгәндәргә лә, яуыздарға ла миһырбанлы. Атағыҙ шәфҡәтле булған кеүек, һеҙ ҙә шәфҡәтле булығыҙ. Ғайса шулай тигәс, Уға яҡын торған һаҡсыларҙың береһе Уның яңағына килтереп һуҡты: – Иң баш руханиға Һин шулай яуап бирәһеңме? Ғайса Уға: – Ялған һөйләгән булһам, ялғанлығын иҫбат ит. Әгәр дөрөҫөн һөйләйем икән, ниңә Миңә һуғаһың? – тине. Бер кемгә лә яманлыҡҡа ҡаршы яманлыҡ ҡылмағыҙ, киреһенсә, тормош рәүешегеҙ бөтөнөһө өсөн дә өлгө булып торһон. Ҡәҙерлеләрем, үҙегеҙ өсөн үс алмағыҙ, Алла асыуына урын ҡалдырығыҙ. Изге Яҙмала былай тип әйтелгән: «Үс алыу – Минең эшем. Әжерен Үҙем ҡайтарырмын, ти Раббы». Яманлыҡтан еңелмә, ә яманлыҡты яҡшылыҡ менән ең. Ғәйеп эш ҡылған өсөн туҡмалған саҡта түҙемлек күрһәтәһегеҙ икән, ниндәй маҡтау өмөт итәһегеҙ? Әммә изгелек ҡылып та ғазап сигәһегеҙ һәм шул саҡта түҙемлек күрһәтәһегеҙ икән, Алла быны хуш күрә. Яманлыҡҡа яманлыҡ менән йәки мыҫҡыллауға мыҫҡыллау менән яуап ҡайтармағыҙ. Киреһенсә, фатиха бирегеҙ, сөнки һеҙ шуның өсөн, фатиха ҡабул итһен өсөн саҡырылғанһығыҙ. Изге Яҙмала әйтелгән:
Выбор основного перевода