Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Әгәр ҙә ҡулың йәки аяғың һине гонаһҡа ҡотортһа, уны сабып ситкә ташла! Ике ҡулың һәм ике аяғың менән мәңгелек утҡа ташланыуға ҡарағанда, мәңгелек тормошҡа бер ҡуллы йәки аҡһаҡ килеш инеүең һинең өсөн хәйерлерәк. Әгәр ҙә күҙең гонаһҡа ҡотортһа, уны һурып алып ситкә ташла! Ике күҙең менән йәһәннәм утына ташланыуға ҡарағанда, мәңгелек тормошҡа һыңар күҙле килеш инеүең һинең өсөн хәйерлерәк. Әгәр ҙә ҡулың һине гонаһҡа ҡотортһа, уны ҡырҡып ташла! Ике ҡулың менән йәһәннәмгә, һүнмәҫ утҡа барыуға ҡарағанда, мәңгелек тормошҡа бер ҡуллы килеш инеүең һинең өсөн хәйерлерәк. Әгәр ҙә ҡулың һине гонаһҡа ҡотортһа, уны ҡырҡып ташла! Ике ҡулың менән йәһәннәмгә, һүнмәҫ утҡа барыуға ҡарағанда, мәңгелек тормошҡа бер ҡуллы килеш инеүең һинең өсөн хәйерлерәк. Әгәр ҙә аяғың һине гонаһҡа ҡотортһа, уны сабып ырғыт! Ике аяғың менән йәһәннәмгә ташланыуға ҡарағанда, мәңгелек тормошҡа аҡһаҡ килеш инеүең һинең өсөн хәйерлерәк. Әгәр ҙә аяғың һине гонаһҡа ҡотортһа, уны сабып ырғыт! Ике аяғың менән йәһәннәмгә ташланыуға ҡарағанда, мәңгелек тормошҡа аҡһаҡ килеш инеүең һинең өсөн хәйерлерәк. Әгәр ҙә күҙең гонаһҡа ҡотортһа, уны һурып ырғыт! Ике күҙең менән йәһәннәмгә ташланыуға ҡарағанда, һыңар күҙле килеш Алла Батшалығына инеү һинең өсөн хәйерлерәк. Шулай булғас, үҙегеҙҙең донъяуи теләктәрегеҙҙе: енси аҙғынлыҡты, әшәкелекте, нәфсене, яман теләктәрҙе һәм ялған илаһтарға табыныуға тиң булған ҡомһоҙлоҡто бөтөрөгөҙ.
Выбор основного перевода