Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
– Һеҙ яңылышаһығыҙ, сөнки Изге Яҙманы ла, Алланың ҡөҙрәтен дә белмәйһегеҙ, – тип яуап бирҙе Ғайса. – Үлгәндәр, терелеп торғас, өйләнмәҫтәр ҙә, кейәүгә лә сыҡмаҫтар. Улар күктәге фәрештәләр һымаҡ булырҙар. Ә үлгәндәрҙең терелеп тороуына килгәндә, был хаҡта Алланың һеҙгә нимә тигәнен уҡыманығыҙмы ни? «Мин – Ибраһим Аллаһы, Исхаҡ Аллаһы һәм Яҡуб Аллаһы», – тигән Ул. Алла – үлеләр Аллаһы түгел, ә тереләрҙеке. Ғайсаны тыңлаған халыҡ Уның өйрәтеүҙәренә таң ҡалды. Ғайсаның саддукейҙарҙың ауыҙын яптырғанын ишеткәс, фарисейҙар бергә йыйылды. Улар араһындағы бер ҡанун белгесе Уны һынарға теләп: – Остаз, ҡанунда ҡайһы әмер иң мөһиме? – тип һораны. – «Раббы Аллаңды бөтә йөрәгең, бөтә йәнең һәм бөтә аҡылың менән ярат», – тине Ғайса. – Был беренсе һәм иң мөһим әмер. Икенсеһе лә шундай уҡ: «Яҡыныңды үҙеңде яратҡан кеүек ярат». Бөтә ҡанун һәм пәйғәмбәрҙәр ошо ике әмергә нигеҙләнгән.
Выбор основного перевода