Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Хаҡ эштәрегеҙҙе кешеләргә күрһәтеү маҡсатында башҡарыуҙан һаҡланығыҙ. Юғиһә Күктәге Атағыҙҙан һеҙгә әжер булмаҫ. Шуға күрә, саҙаҡа биргәндә, ул хаҡта шаулап йөрөмә. Кешеләр маҡтау яуҙырһын тип, ғибәҙәтханаларҙа һәм урамдарҙа ике йөҙлөләр шулай итә. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: улар үҙҙәренең әжерен алды инде. Әгәр ҙә хәйер бирәһең икән, хәйерең йәшерен рәүештә бирелһен өсөн, һул ҡулың уң ҡулыңдың ни эшләгәнен белмәһен. Шул мәлдә йәшерен ҡылынған һәммә эште күреүсе Атаң һиңә әжереңде бирер. Әгәр ҙә хәйер бирәһең икән, хәйерең йәшерен рәүештә бирелһен өсөн, һул ҡулың уң ҡулыңдың ни эшләгәнен белмәһен. Шул мәлдә йәшерен ҡылынған һәммә эште күреүсе Атаң һиңә әжереңде бирер. Доға ҡылғанда ике йөҙлөләр һымаҡ булмағыҙ. Улар, кешеләр күрһен тип, ғибәҙәтханаларҙа һәм урам саттарында баҫып доға ҡылырға ярата. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: улар үҙҙәренең әжерен инде алды. Ә һин, доға ҡылғанда, бүлмәңә инеп ишегеңде яп та, күҙгә күренмәҫ Атаңа доға ҡыл. Шул мәлдә йәшерен ҡылынған һәммә эште күреүсе Атаң һиңә әжереңде бирер. Доға ҡылғанда мәжүсиҙәр кеүек буш һүҙ һөйләмәгеҙ. Улар, доғабыҙҙа күп һүҙ әйтһәк, илаһтарыбыҙ беҙҙе ишетер, тип уйлай. Барлыҡ йәһүдтәр кеүек фарисейҙар ҙа, ата-бабаларҙан килгән дини йолаға таянып, ҡулдарын тейешле тәртип менән йыумайынса ашарға ултырмайҙар ине. Баҙарҙан ҡайтҡас та, йыуынмайынса ашамайҙар. Улар үтәлергә тейеш тип ҡабул иткән тағы күп ҡағиҙәләр бар. Мәҫәлән, кәсәләрҙе, көршәктәрҙе һәм баҡыр һауыттарҙы йыуыу тәртибе. Әммә Раббы Ғайса уға былай тигән: – Һеҙ, фарисейҙар, кәсәнең һәм табаҡтың тышын таҙартаһығыҙ, ә үҙегеҙҙең эсегеҙ ҡомһоҙлоҡ һәм яуызлыҡ менән тулы. Мин тыуғас, һигеҙенсе көндә үк сөннәткә ултыртылғанмын, Израиль халҡынанмын, Вениамин нәҫеленәнмен, еврейҙарҙан тыуған евреймын, ҡанун буйынса фарисей, ашҡынып Мәсих берҙәмлеген эҙәрлекләнем, ҡанун талаптарын үтәү буйынса намыҫым да таҙа булды. Элек үҙем өсөн табыш тип һанаған нәмәләрҙең, Мәсих аша, юғалтыу икәнлеген аңланым хәҙер.
Выбор основного перевода