Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Ашаған саҡта Ғайса ҡулына икмәк алып шөкөр итте лә, уны һындырып, шәкерттәренә өләште. – Алып ашағыҙ, был – Минең тәнем, – тине Ул. Шунан Ул кәсә алды ла, шөкөр иткәндән һуң, уны шәкерттәренә биреп: – Бөтәгеҙ ҙә ошонан эсегеҙ, – тине. – Был – гонаһтарҙың кисерелеүе хаҡына күптәр өсөн түгелә торған ҡаным. Ул – Алланың кешеләр менән килешеүен раҫлаусы ҡан. Иман юлындағы был кешеләр илселәрҙең өйрәтеүе яҡлы булды, берҙәм йәшәнеләр, икмәк һындырҙылар һәм бергә доға ҡылдылар. Көн һайын берҙәм рәүештә Алла Йортонда булдылар, Алланы маҡтап, шат һәм ихлас йөрәктән өйҙәрендә икмәк һындырып, ризыҡты бергәләп ашанылар. Бөтөн халыҡ уларҙы яратты, Раббы иһә ҡотҡарылыусылар һанын көн һайын арттырып торҙо. Раббы кисәһендә беҙ Аллаға рәхмәт белдергән шөкөр кәсәһенән эсәбеҙ. Был һәммәбеҙҙең дә Мәсих ҡанында ҡатнашлығы барлығын аңлатмаймы? Беҙ икмәкте бүлеп алабыҙ һәм ашайбыҙ. Был бөтөнөбөҙҙөң дә Мәсих тәнендә өлөшө барлығын аңлатмаймы ни? Һеҙгә биргән өйрәтеүҙәремде мин Раббынан алдым. Раббы Ғайса хыянат ителә торған төндә ҡулына икмәк алып шөкөр итте лә, уны һындырып былай тине: «Был – һеҙҙең өсөн ҡорбанға бирелә торған тәнем. Минең иҫтәлегемә шулай эшләгеҙ». Шулай уҡ, киске аштан һуң кәсә алды ла былай тине: «Был кәсә – ҡаным менән раҫланған яңы килешеү. Уны эскән һайын Минең иҫтәлегемә эсегеҙ». Ошоноң менән был икмәкте ашаған һәм был кәсәнән эскән һайын һеҙ Раббы килгәнгә тиклем Уның үлемен иғлан итәһегеҙ. Шулай итеп, кемдер лайыҡһыҙ рәүештә Раббының икмәген ашаһа һәм Уның кәсәһенән эсһә, Раббының тәне һәм ҡанына ҡарата ғәйепле буласаҡ. Шуға ла икмәкте ашар һәм кәсәнән эсер алдынан кеше үҙен һынап ҡарарға тейеш. Раббы тәненә әһәмиәт бирмәйенсә ашаған һәм эскән кеше шул ашап-эсеүе менән үҙен хөкөмгә дусар итә. Шуның өсөн дә күбегеҙ хәлһеҙ һәм ауырыу, вафат булғандар ҙа аҙ түгел. Әгәр беҙ үҙебеҙҙе үҙебеҙ һынаһаҡ инде, хөкөмгә дусар булмаҫ инек. Хөкөм иткәндә иһә, донъя менән бергә хөкөм ителмәҫ өсөн, Раббы беҙгә язаһын бирә. Шуға күрә, имандаштарым, Раббы ашына йыйылған саҡта бер-берегеҙҙе көтөгөҙ. Мин килгәс хәйер йыйып йөрөмәҫ өсөн, һәр берегеҙ аҙнаның беренсе көнөндә, үҙ хәленә ҡарап, табышының бер өлөшөн айырып ҡуйһын һәм һаҡлаһын. Раббы көнөндә мине Изге Рух солғап алды һәм артымда борғонан сыҡҡандай көслө тауыш ишеттем.
Выбор основного перевода