Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Ауырыуҙарҙы һауыҡтырығыҙ, үлгәндәрҙе терелтегеҙ, махаулыларҙы таҙарындырығыҙ, ендәрҙе ҡыуып сығарығыҙ. Бушлай алдығыҙ – бушлай бирегеҙ. Башҡаларҙың һеҙҙән ярҙам алырға хоҡуғы булғанда, беҙҙеке күберәк түгелме һуң? Әммә беҙ был хоҡуҡтан файҙаланманыҡ, Мәсих тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыуға ҡамасауламаҫ өсөн, барыһына ла түҙәбеҙ. Йөрәгегеҙҙә беҙгә урын бирегеҙ. Беҙ бер кемде лә рәнйетмәнек, бер кемгә лә зыян эшләмәнек, алдап, бер кемдән дә файҙа эҙләмәнек. Янығыҙҙа булғанда ла, мохтажлыҡ кисергән сағымда ла берегеҙгә лә ауырлыҡ һалманым. Барлыҡ кәрәк-яраҡ менән мине Македониянан килгән имандаштарыбыҙ тәьмин итте. Бер нәмәлә лә һеҙгә йөк булмаҫҡа тырыштым һәм артабан да тырышасаҡмын. Һеҙгә ебәрелгән кешеләрҙең берәйһе аша һеҙҙе файҙаландыммы әллә?
Выбор основного перевода