Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Башлыҡтың өйөнә ингәс, Ғайса унда матәм көйө уйнаусыларҙы һәм ығы-зығы килеүселәр төркөмөн күрҙе. – Китегеҙ бынан! Ҡыҙ бала үлмәгән, ул йоҡлай ғына, – тине Ул. Унан көлә башланылар. Ғайса иһә ҡыҙҙың ҡулынан тотҡан да: – Балам, тор! – тип өндәшкән. Ҡыҙға йән ҡайтҡан һәм ул шунда уҡ урынынан торған. Ғайса уға ашарға бирергә ҡушҡан. Бүлмәнән бөтә кешене сығарып ебәргәс, Петр тубыҡланып доға ҡылды ла мәйеткә табан боролдо: – Тавифа, тор! Ҡатын күҙҙәрен асты ла, Петрҙы күргәс, тороп ултырҙы. Петр уны ҡулынан тотоп торғоҙҙо, тол ҡатындарҙы һәм бүтән изгеләрҙе саҡырып, Тавифаны улар ҡаршыһына тере килеш баҫтырып ҡуйҙы.
Выбор основного перевода