Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Бөтә Йәһүҙиәлә, Галилеяла һәм Самарияла имандаштар берҙәмлеге өсөн тыныс замандар килде. Берҙәмлек нығынды, Раббыға ҡарата тәрән хөрмәт таралды һәм Изге Рухтың дәртләндереүе арҡаһында иман юлындағыларҙың һаны арта барҙы. Һәр берҙәмлектә өлкәндәр тәғәйенләнеләр һәм, ураҙа тотоп доға ҡылғандан һуң, уларҙы үҙҙәре лә инанған Раббының ҡулына тапшырҙылар. Гонаһтары кисерелһен өсөн, Миңә булған ышаныстары арҡаһында изге ителгәндәр араһында урын алһындар өсөн, һин уларҙың күҙен асырға, уларҙы ҡараңғынан яҡтыға, Иблис хакимиәтенән Аллаға табан борорға тейешһең», – тине миңә Раббы Ғайса. Уның саҡырыуы һеҙҙә ниндәй өмөт уятҡанын, беҙҙең мираҫыбыҙҙың Алланың изге халҡы араһында ни тиклем мул һәм данлы булыуын беҙҙә, иман тотоусыларҙа, хәрәкәт итеүсе ҡеүәттең сағыштырғыһыҙ бөйөк икәнен таныуығыҙҙы теләп, Ул йөрәктәрегеҙҙе яҡтыртһын өсөн доға ҡылам. Был иң бөйөк ҡеүәт Беҙҙе яҡтылыҡ батшалығында Алланың изге халҡының мираҫынан өлөш алыуға хаҡлы иткәнгә, Атабыҙға ҡыуанып рәхмәт әйтегеҙ. Раббынан бүләккә мираҫ алырығыҙҙы беләһегеҙ, шуға күрә һеҙ Раббы Мәсихкә хеҙмәт итәһегеҙ. һәм беҙгә серемәҫ, бысранмаҫ, шиңмәҫ мираҫҡа тере өмөт бирҙе. Ул уны күктә һеҙҙең өсөн һаҡлай.
Выбор основного перевода