Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Ялған пәйғәмбәрҙәрҙән һаҡланығыҙ: янығыҙға улар һарыҡ тиреһе ябынып килә, ә асылда йыртҡыс бүреләр улар. Бына Мин һеҙҙе һарыҡтарҙы бүреләр араһына ебәргән кеүек ебәрәм. Шуға күрә, йылан һымаҡ аҡыллы һәм күгәрсендәй эскерһеҙ булығыҙ. Ә ялланғаны – ысын көтөүсе түгел. Ул, һарыҡтар үҙенеке булмағанлыҡтан, уларҙы ҡайғыртмай: бүре килгәнен күреп, һарыҡтарҙы ташлап ҡаса; бүре, һөжүм итеп, һарыҡтарҙы тамаҡлап китә. Алла Үҙ берҙәмлегендә тәүгеләрҙе – илселәр, икенселәрҙе – пәйғәмбәрҙәр, өсөнсөләрҙе өйрәтеүселәр итеп ҡуйған. Артабан ҡайһы берәүҙәргә мөғжизә күрһәтеү һәләте, дауалап-һауыҡтырыу, башҡаларға – ярҙам күрһәтеү, идара итеү һәм бүтән төрлө телдәрҙә һөйләү һәләте бирелгән. Үҙеңә ҡарата ла, өйрәтеүҙәреңә лә иғтибарлы бул; кәңәштәремде тот. Шулай иткәндә, һин үҙеңде лә, һине тыңлаусыларҙы ла ҡотҡарырһың. Ата-бабаларҙан мираҫ итеп бирелгән мәғәнәһеҙ тормоштан алтын-көмөш кеүек фани нәмәләр менән түгел, ә ғәйепһеҙ һәм пак бәрәс кеүек булған Мәсихтең ҡәҙерле ҡаны менән түләп алынғанлығығыҙҙы беләһегеҙ.
Выбор основного перевода