Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Ҙур күндәмлек менән һәм күҙ йәштәремде күп түгеп, йәһүдтәрҙең яуыз ниәттәре арҡаһында килеп тыуған һынауҙар эсендә Раббыға хеҙмәт иттем. Көн тыуғас, ҡайһы бер йәһүдтәр бергә йыйылып яуыз ниәт ҡорҙо һәм Павелды үлтергәнгә тиклем ашамаҫҡа-эсмәҫкә ант итте. Үҙҙәренә мәрхәмәт күрһәтеүҙе һорап, Павелды Иерусалимға саҡыртыуын үтенделәр. Ә үҙҙәре уны юлда үлтерергә һүҙ ҡуйышты. Күп тапҡырҙар сәйәхәттәрҙә йөрөп, йылғаларҙа ҡурҡыныстарға дусар булдым, юлбаҫарҙарҙан да хәүеф-хәтәргә юлыҡтым, ырыуҙаштарымдан, бүтән халыҡ кешеләренән дә ҡурҡыныс янаны, ҡалаларҙа, сүллектә, диңгеҙҙә лә хәүеф һағаланы, ялған имандаштар араһында ла.
Выбор основного перевода