Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
Параллельные места
Шунан һуң Павел Дервияға, ә унан Листраға барып етте. Унда Тимофей исемле бер шәкерт бар ине. Уның әсәһе йәһүд булып, улы кеүек үк Ғайсаға инана, ә атаһы грек ине. Шул төндә үк имандаштары Павел менән Силаны Верия ҡалаһына оҙатты. Верияға барып еткәс, Павел менән Сила йәһүдтәр ғибәҙәтханаһына китте. Бөтөн ҡалала боларыш башланды. Павелдың юлдаштарын – македон кешеләре Гайҙы һәм Аристархты тотоп алып, бөтәһе бергә тамаша урынына ынтылды. Беҙ Асия өлкәһе ярҙары буйлап бара торған, Адрамит ҡалаһынан килгән карапҡа ултырып йөҙөп киттек. Беҙҙең менән Фессалоника ҡалаһында йәшәүсе македон Аристарх та бар ине. Хеҙмәттәшем Тимофей һәм яҡташтарым Луций, Иасон менән Сосипатр һеҙгә сәләм ебәрә. Минең хәлдәрем һәм эштәрем тураһында ҡәҙерле имандашыбыҙ һәм Раббы хеҙмәтендә тоғро хеҙмәттәшебеҙ Тихик барыһын да һөйләп бирер. Минең турала һеҙгә ҡәҙерле имандашыбыҙ, тоғро хеҙмәтсе һәм Раббы эшендә хеҙмәттәшем Тихик барыһын да һөйләп бирер. Мин уны һеҙгә хәлебеҙҙе хәбәр итеү маҡсаты менән һәм күңелдәрегеҙҙе йыуатыу өсөн ебәрәм. Тихикты мин Ефесҡа ебәрҙем. Ераст Коринфта ҡалды; ауырып киткән Трофимды мин Милитта ҡалдырҙым. Һинең яныңа Артемды йәки Тихикты ебәргәс, үҙең минең эргәмә Никополгә килергә ашыҡ, ҡышты мин унда үткәрәсәкмен.
Выбор основного перевода