Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16
Параллельные места
Һеҙ – ерҙең тоҙо. Әгәр тоҙ үҙенең тәмен юғалтһа, уны нисек ҡабат тоҙландырырһығыҙ? Ул сығарып аяҡ аҫтына ташлауҙан башҡаға ярамаҫ. Тоҙ яҡшы нәмә. Әммә үҙенең тәмен юғалтһа, уның тәмен нисек ҡайтарырһың? Ул баҫыу өсөн дә, тиреҫ өсөн дә яраҡһыҙға әйләнер һәм уны сығарып ташларҙар. Ҡолаҡтары барҙар ишетһен! Әгәр мөмкинлегегеҙ бар икән, барыһы менән дә хәлегеҙҙән килгәнсә татыу йәшәгеҙ. Мин бәләкәс сағымда балаларса һөйләнем, балаларса уйланым, балаларса фекер йөрөттөм, ә инде ир ҡорона ингәс, сабыйҙарса эшләүҙән туҡтаным. Һүҙегеҙ һәр ваҡыт яғымлы, мауыҡтырғыс булһын, һәр кешегә нисек яуап бирергә кәрәклеген белегеҙ. Хеҙмәттәре өсөн уларға айырыуса оло ихтирам күрһәтегеҙ һәм уларҙы яратығыҙ; үҙ-ара тыныс йәшәгеҙ.
Выбор основного перевода