Toggle navigation
Главная
Переводы Библии
Комментарии к Библии
Библейские словари и энциклопедии
Новости
Выбор основного перевода
Синодальный
Современный
Перевод РБО. Радостная Весть
Юбилейное издание (Свет на Востоке)
Перевод свящ. Леонида Лутковского
Церковнославянский перевод
Аварский (магӀарул мацӀ)
Азербайджанский (Azärbaycanca)
Башкирский (башҡорт теле)
Беларускі пераклад
Грузинский (ქართული ენა)
Казахский (қазақ тілі)
Кумыкский (къумукъ тил)
Осетинский (ирон æвзаг)
Таджикский (тоҷикӣ)
Татарский (татарча)
Туркменский (Türkmençe)
Узбекский (ўзбекча)
Український переклад І. Огієнка
Чеченский (нохчийн мотт)
Чувашский (чӑвашла)
American Standard
Biblia Tysiąclecia
Deutsche Luther
Ελληνική μετάφραση
King James
Română traducere
Tradução português
Traducción al español
Traduction française
Traduzione italiana
Türkçe çeviri
中文 汉译
Новый русский перевод МБО
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Сделайте выбор
Комментарии Баркли
Новая Женевская Учебная Библия
Толкование Златоуста
Учебная Библия МакАртура
Толкование Жана Кальвина
Комментарии МакДональда к Библии
Серия комментариев МакАртура
Толкование Мэтью Генри
Толковая Библия Лопухина
Толкование Далласской семинарии
Толкование Блаженного Феофилакта Болгарского
Новый Библейский Комментарий
Комментарии Давида Стерна к Новому Завету
Комментарии Сперджена
Синодальный
Современный
Перевод РБО. Радостная Весть
Юбилейное издание (Свет на Востоке)
Перевод свящ. Леонида Лутковского
Церковнославянский перевод
Аварский (магӀарул мацӀ)
Азербайджанский (Azärbaycanca)
Башкирский (башҡорт теле)
Беларускі пераклад
Грузинский (ქართული ენა)
Казахский (қазақ тілі)
Кумыкский (къумукъ тил)
Осетинский (ирон æвзаг)
Таджикский (тоҷикӣ)
Татарский (татарча)
Туркменский (Türkmençe)
Узбекский (ўзбекча)
Український переклад І. Огієнка
Чеченский (нохчийн мотт)
Чувашский (чӑвашла)
American Standard
Biblia Tysiąclecia
Deutsche Luther
Ελληνική μετάφραση
King James
Română traducere
Tradução português
Traducción al español
Traduction française
Traduzione italiana
Türkçe çeviri
中文 汉译
Новый русский перевод МБО
Выбор книги основного перевода
От Иоанна
Яңы Ғәһедтә
Яңы Ғәһедтә
От Матфея
Яңы Ғәһедтә
Книга От Матфея в переводе Башкирский (башҡорт теле)
От Марка
Яңы Ғәһедтә
Книга От Марка в переводе Башкирский (башҡорт теле)
От Луки
Яңы Ғәһедтә
Книга От Луки в переводе Башкирский (башҡорт теле)
От Иоанна
Яңы Ғәһедтә
Книга От Иоанна в переводе Башкирский (башҡорт теле)
Деяния
Яңы Ғәһедтә
Книга Деяния в переводе Башкирский (башҡорт теле)
Иакова
Яңы Ғәһедтә
Книга Иакова в переводе Башкирский (башҡорт теле)
1. Петра
Яңы Ғәһедтә
Книга 1. Петра в переводе Башкирский (башҡорт теле)
2. Петра
Яңы Ғәһедтә
Книга 2. Петра в переводе Башкирский (башҡорт теле)
1. Иоанна
Яңы Ғәһедтә
Книга 1. Иоанна в переводе Башкирский (башҡорт теле)
2. Иоанна
Яңы Ғәһедтә
Книга 2. Иоанна в переводе Башкирский (башҡорт теле)
3. Иоанна
Яңы Ғәһедтә
Книга 3. Иоанна в переводе Башкирский (башҡорт теле)
Иуды
Яңы Ғәһедтә
Книга Иуды в переводе Башкирский (башҡорт теле)
К Римлянам
Яңы Ғәһедтә
Книга К Римлянам в переводе Башкирский (башҡорт теле)
1. Коринфянам
Яңы Ғәһедтә
Книга 1. Коринфянам в переводе Башкирский (башҡорт теле)
2. Коринфянам
Яңы Ғәһедтә
Книга 2. Коринфянам в переводе Башкирский (башҡорт теле)
К Галатам
Яңы Ғәһедтә
Книга К Галатам в переводе Башкирский (башҡорт теле)
К Ефесянам
Яңы Ғәһедтә
Книга К Ефесянам в переводе Башкирский (башҡорт теле)
К Филиппийцам
Яңы Ғәһедтә
Книга К Филиппийцам в переводе Башкирский (башҡорт теле)
К Колоссянам
Яңы Ғәһедтә
Книга К Колоссянам в переводе Башкирский (башҡорт теле)
1. Фессалоникийцам
Яңы Ғәһедтә
Книга 1. Фессалоникийцам в переводе Башкирский (башҡорт теле)
2. Фессалоникийцам
Яңы Ғәһедтә
Книга 2. Фессалоникийцам в переводе Башкирский (башҡорт теле)
1. Тимофею
Яңы Ғәһедтә
Книга 1. Тимофею в переводе Башкирский (башҡорт теле)
2. Тимофею
Яңы Ғәһедтә
Книга 2. Тимофею в переводе Башкирский (башҡорт теле)
К Титу
Яңы Ғәһедтә
Книга К Титу в переводе Башкирский (башҡорт теле)
К Филимону
Яңы Ғәһедтә
Книга К Филимону в переводе Башкирский (башҡорт теле)
К Евреям
Яңы Ғәһедтә
Книга К Евреям в переводе Башкирский (башҡорт теле)
Откровение
Яңы Ғәһедтә
Книга Откровение в переводе Башкирский (башҡорт теле)
← Предыдущая
От Иоанна
Следующая →
1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
1
Китеп барғанда Ғайса тыумыштан уҡ һуҡыр бер кешене күрҙе.
2
Шәкерттәре Унан: – Остаз! Ниңә был кеше һуҡыр булып тыуған икән? Ул үҙе гонаһ ҡылғанмы, әллә ата-әсәһеме? – тип һораны.
3
– Ул үҙе лә, ата-әсәһе лә ғәйепле түгел, – тип яуап бирҙе Ғайса. – Уның ауырыуы аша Алланың ҡөҙрәте күренһен өсөн һуҡыр булып тыуған ул.
4
Көн үткәнсе Мин Үҙемде Ебәреүсенең эшен башҡарырға тейешмен. Төн етеп килә, ул саҡта һис кем бер нәмә лә эшләй алмаҫ.
5
Донъяла булған ваҡытымда Мин – донъяға яҡтылыҡ.
6
Шулай тигәндән һуң, Ул ергә төкөрҙө, төкөрөгөн тупраҡҡа ҡушып иҙеп, шул лайланы һуҡырҙың күҙҙәренә һөрттө лә
7
уға: – Силоам быуаһына барып йыуын, – тине (Силоам – «ебәрелгән» тигән мәғәнәлә). Һуҡыр барып йыуынды һәм күҙҙәре күреп килде.
8
Күршеләре һәм элек уның хәйер һорашҡанын күргән кешеләр: – Был теге хәйер һорап юл ситендә ултырған кеше түгелме һуң? – тиештеләр.
9
Ҡайһы берәүҙәре: – Эйе, был тап үҙе. Икенселәре: – Юҡ, ул шул кешегә оҡшаған ғына, – тине. Ул үҙе иһә: – Мин шул кеше, – тине.
10
– Күҙҙәрең нисек асылды һуң? – тип һоранылар унан.
11
Ул: – Ғайса исемле Кеше лайла яһап күҙҙәремә һөрттө лә: «Силоам быуаһына барып йыуын», – тине. Барып йыуынғайным, күҙҙәрем асылды, – тип яуап бирҙе.
12
– Ул Кеше ҡайҙа? – тип һорағастар: – Белмәйем, – тип яуапланы.
13
Элек һуҡыр булған кешене фарисейҙар янына алып барҙылар,
14
сөнки Ғайса лайла яһап уны һауыҡтырған көн шәмбе ине.
15
Фарисейҙар ҙа унан нисек күрә башлауы тураһында һорашты. – Ул тәүҙә минең күҙҙәремә лайла һөрттө, аҙаҡ йыуынғайным, күрә башланым, – тип яуап ҡайтарҙы һауыҡҡан кеше.
16
Ҡайһы бер фарисейҙар: – Был Кеше Алланан түгел, сөнки Ул шәмбе көндөң ҡағиҙәһен тотмай, – тинеләр. – Гонаһлы кеше бындай мөғжизә ҡыла алыр инеме ни? – тип икенселәре ҡаршы төштө. Улар араһында бәхәс ҡупты.
17
Элекке һуҡырҙан: – Һин, Ул минең күҙҙәремде асты, тиһең. Кем Ул, һинеңсә? – тип тағы ла һораштылар. – Пәйғәмбәр, – тине теге кеше.
18
Әммә йәһүд башлыҡтары уның һуҡыр булғанына һәм күрә башлауына ышанырға теләмәне, ата-әсәһен саҡырып,
19
уларҙан: – Тыумыштан һуҡыр тигән улығыҙ ошомо? Ни эшләп ул хәҙер күрә һуң? – тип һоранылар.
20
– Уның беҙҙең улыбыҙ икәнен дә, һуҡыр булып тыуғанын да беләбеҙ, – тип яуапланы ата-әсә. –
21
Ә әле нисек күрә башлағанын һәм күҙҙәрен кем асҡанын белмәйбеҙ. Ул инде бәлиғ булған, үҙенән һорағыҙ, үҙе хаҡында үҙе һөйләһен.
22
Һуҡырҙың ата-әсәһе, йәһүд башлыҡтарынан ҡурҡҡанлыҡтан, шулай яуап бирҙе. Сөнки башлыҡтар Ғайсаның Мәсих икәнлеген таныған һәр кемде ғибәҙәтхананан айырырға ҡарар иткәйне.
23
Шунлыҡтан уның ата-әсәһе: «Ул инде бәлиғ булған, үҙенән һорағыҙ», – тине.
24
Шулай итеп, элек һуҡыр булған кеше икенсе тапҡыр саҡыртылды. Башлыҡтар уға: – Алла алдында дөрөҫөн әйт! Һин әйткән кешенең гонаһлы икәнен беләбеҙ, – тинеләр.
25
– Гонаһлымы, түгелме, уныһы миңә билдәһеҙ, – тип яуап бирҙе элекке һуҡыр. – Шуны ғына беләм: мин һуҡыр инем, ә хәҙер күрәм.
26
Унан тағы ла: – Ул нимә эшләне һуң? Һинең күҙҙәреңде нисек асты? – тип һораштылар.
27
– Мин һеҙгә һөйләгәйнем инде, ләкин һеҙ тыңламанығыҙ. Ниңә тағы бер тапҡыр ишеткегеҙ килә? Әллә һеҙ ҙә Уның шәкерттәре булырға ниәтләйһегеҙме? – тип яуап бирҙе ул.
28
Тегеләр ныҡ асыуланып: – Уның шәкерте – һин, ә беҙ – Мусаның шәкерттәре!
29
Беҙ Алланың Муса менән һөйләшкәнен беләбеҙ. Ә был Ғайса тигән Әҙәмдең ҡайҙан икәнлеге билдәһеҙ, – тип ҡысҡырҙылар.
30
– Шуныһы ғәжәп тә: һеҙ Уның ҡайҙан икәнлеген белмәйһегеҙ, ә Ул минең күҙҙәремде асты! – тине күрә башлаған кеше. –
31
Алланың гонаһлыларҙы тыңламауын беҙ беләбеҙ. Ул бары тик Үҙенә табыныусыны һәм Уның ихтыярын үтәүсене генә тыңлай.
32
Берәйһенең тыумыштан һуҡыр кешенең күҙҙәрен асҡаны тураһында ғүмерҙә лә ишетелгәне юҡ ине.
33
Әгәр ҙә ул Кеше Алланан булмаһа, бер нәмә лә эшләй алмаҫ ине бит.
34
– Һин бөтөн булмышың менән гонаһтан яралып тыуғанһың. Һинме беҙҙе өйрәтәһең! – тип уны ҡыуып сығарҙылар.
35
Ғайса, элекке һуҡырҙы ҡыуып сығарғандарын ишеткәс, уны эҙләп табып: – Һин Әҙәм Улына ышанаһыңмы? – тип һораны.
36
– Әфәндем, мин Уға ышанһын өсөн, Уның кем икәнен әйт миңә, – тип яуап бирҙе теге.
37
Ғайса: – Һин Уны күрҙең. Хәҙер һинең менән Ул һөйләшә, – тине.
38
– Әфәндем, мин ышанам! – Күҙҙәре асылған кеше ергә йығылды һәм тубыҡланып Уға баш эйҙе.
39
Ғайса: – Мин был донъяға күрмәгәндәр күрһен, ә күргәндәр һуҡырайһын тип, хөкөм итеү өсөн килдем, – тине.
40
Уның янында торған ҡайһы бер фарисейҙар быны ишеткәс: – Беҙҙе лә һуҡырға һанамайһыңдыр бит? – тип һоранылар.
41
– Әгәр һеҙ ысынлап та һуҡыр булһағыҙ, гонаһлы булмаҫ инегеҙ. Ә һеҙ, күрәбеҙ, тиһегеҙ, тимәк, гонаһығыҙ үҙегеҙҙә ҡала, – тип яуап ҡайтарҙы Ғайса.
← Предыдущая
От Иоанна
Следующая →
1
2
3
4
5
6
7
8
9
10
11
12
13
14
15
16
17
18
19
20
21
Выбор основного перевода
Синодальный
Современный
Перевод РБО. Радостная Весть
Юбилейное издание (Свет на Востоке)
Перевод свящ. Леонида Лутковского
Церковнославянский перевод
Аварский (магӀарул мацӀ)
Азербайджанский (Azärbaycanca)
Башкирский (башҡорт теле)
Беларускі пераклад
Грузинский (ქართული ენა)
Казахский (қазақ тілі)
Кумыкский (къумукъ тил)
Осетинский (ирон æвзаг)
Таджикский (тоҷикӣ)
Татарский (татарча)
Туркменский (Türkmençe)
Узбекский (ўзбекча)
Український переклад І. Огієнка
Чеченский (нохчийн мотт)
Чувашский (чӑвашла)
American Standard
Biblia Tysiąclecia
Deutsche Luther
Ελληνική μετάφραση
King James
Română traducere
Tradução português
Traducción al español
Traduction française
Traduzione italiana
Türkçe çeviri
中文 汉译
Новый русский перевод МБО