Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16
Параллельные места
Шәкерттәр араһында ҡайһыныһының иң бөйөк булып иҫәпләнергә тейешлеге тураһында бәхәс сыҡҡан. Ғайса уларға былай тигән: – Батшалар халыҡтар өҫтөнән хакимлыҡ итә һәм хакимдар «яҡшылыҡ ҡылыусылар» тип атала. Һеҙҙә улай булмаһын! Киреһенсә, арағыҙҙа иң олоһо – иң кесе, ә башлыҡ – хеҙмәтсе кеүек булһын. Кем олораҡ: өҫтәл янында ултырған кешеме, әллә уға хеҙмәт итеүсеме? Өҫтәл янында ултырыусы түгелме һуң? Ә Мин һеҙҙең арала хеҙмәт итеүсе кеүек. Бер-берегеҙҙе уҙырға тырышып, дан артынан ҡыумағыҙ, киреһенсә, күндәм булып, башҡаларҙы өҫтөн күрегеҙ.
Выбор основного перевода