Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16
Параллельные места
Ә мин һеҙгә әйтәм: туғанына асыу тотоусы хөкөм ителеүгә лайыҡ. Туғанына: «Мәғәнәһеҙ», – тип әйтеүсе иһә Юғары кәңәшмә алдында яуапҡа тарттырылыуға, ә инде «Ахмаҡ», – тиеүсе йәһәннәм утына лайыҡ. Әгәр һине уң күҙең гонаһҡа ҡотортһа, уны соҡоп алып ситкә ырғыт! Бөтөн тәнең менән йәһәннәмгә ташланыуға ҡарағанда, бер ағзаңды юғалтыу һинең өсөн хәйерлерәк. Ә инде уң ҡулың гонаһҡа ҡотортһа, уны сабып ситкә ырғыт! Бөтөн тәнең менән йәһәннәмгә барыуға ҡарағанда, бер ағзаңды юғалтыу һинең өсөн хәйерлерәк. Әгәр ҙә ҡулың йәки аяғың һине гонаһҡа ҡотортһа, уны сабып ситкә ташла! Ике ҡулың һәм ике аяғың менән мәңгелек утҡа ташланыуға ҡарағанда, мәңгелек тормошҡа бер ҡуллы йәки аҡһаҡ килеш инеүең һинең өсөн хәйерлерәк. Әгәр ҙә күҙең гонаһҡа ҡотортһа, уны һурып алып ситкә ташла! Ике күҙең менән йәһәннәм утына ташланыуға ҡарағанда, мәңгелек тормошҡа һыңар күҙле килеш инеүең һинең өсөн хәйерлерәк. Унан һуң Ул Үҙенең һул яғында тороусыларға әйтер: «Китегеҙ Минең янымдан, ләғнәт төшкәндәр! Иблискә һәм уның фәрештәләренә әҙерләп ҡуйылған мәңгелек утҡа барығыҙ! Шулай булғас, үҙегеҙҙең донъяуи теләктәрегеҙҙе: енси аҙғынлыҡты, әшәкелекте, нәфсене, яман теләктәрҙе һәм ялған илаһтарға табыныуға тиң булған ҡомһоҙлоҡто бөтөрөгөҙ. Бына ошолар өсөн тыңлауһыҙ кешеләргә Алла асыуы төшә лә инде. Быларҙы эшләгәндә ҡасандыр һеҙ ҙә шундай йәшәү рәүеше алып бара инегеҙ. Ә хәҙер быларҙың бөтөнөһөнән дә: асыуҙан да, ярһыуҙан, уҫаллыҡтан, яман теллелектән, әҙәпһеҙ һүҙҙәрҙән дә ҡотолоғоҙ. Бер-берегеҙгә ялған һөйләмәгеҙ, һеҙ ҡылған ғәмәлдәрегеҙ менән элекке йәшәү рәүешегеҙҙе кейемегеҙҙе сискәндәй сисеп ташланығыҙ һәм яңы кеше булып кейендегеҙ. Яңы кешене булдырыусы Алла, Үҙе тураһында тулыһынса белдереү өсөн, һеҙҙе һәр ваҡыт Үҙенә оҡшаш итеп үҙгәртеп тора. Шуға күрә инде йәһүд булмағандар һәм йәһүдтәр ҙә, сөннәтлеләр һәм сөннәтһеҙҙәр ҙә, вәхшиҙәр һәм скифтар ҙа, ҡолдар һәм иреклеләр ҙә юҡ – әммә Мәсих һәммәһе лә һәм барыһында ла.
Выбор основного перевода