Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16
Параллельные места
Ғайса өйгә ингәс, һуҡырҙар Уның янына килде. – Минең һеҙҙе һауыҡтыра аласағыма ышанаһығыҙмы? – тип һораны Ул. – Эйе, Әфәндем! – тип яуап бирҙе тегеләр. Ғайса уларҙың күҙҙәренә ҡағылды ла: – Нисек ышанһағыҙ, шулай булһын, – тине. – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: әгәр ҙә ышанһағыҙ һәм икеләнмәһәгеҙ, һеҙ Мин инжир ағасы менән ҡылғанды ғына эшләп ҡалмаҫһығыҙ, хатта бынау тауға: «Күтәрелеп, диңгеҙгә ташлан!» – тип әйтһәгеҙ, шулай булыр. Улар Иерихон ҡалаһына килде. Ғайса шәкерттәре һәм күп һанлы халыҡ төркөмө менән бергә Иерихондан сығып барғанда, юл ситендә Вартимей (йәки Тимей улы) тигән һуҡыр хәйерсе ултыра ине. Үтеп барыусының назаралы Ғайса икәнен ишетеп, ул ҡысҡыра башланы: – Дауыт Улы Ғайса, миңә мәрхәмәтле булһаңсы! Күптәре уны әрләп, өндәшмәҫкә ҡушты, ләкин ул тағы ла көслөрәк итеп: – Дауыт Улы, миңә мәрхәмәтле булһаңсы! – тип ҡысҡырҙы. Ғайса туҡтап: – Саҡырығыҙ уны! – тине. – Ҡурҡма, тор, Ул һине саҡыра, – тип һуҡырҙы саҡырҙылар. Һуҡыр кеше, өҫ кейемен сисеп ташлап, һикереп торҙо ла Ғайса янына килде. – Һинең өсөн нимә эшләүемде теләйһең? – тип һораны Ғайса унан. – Остаз, күҙҙәрем күрһен ине! – тине һуҡыр. Ғайса уға: – Бар, һине ышаныуың һауыҡтырҙы, – тине. Был кеше шунда уҡ күрә башланы һәм юл буйлап Ғайсаға эйәрҙе. Ғайса уларға былай яуап бирҙе: – Аллаға ышанысығыҙ булһын! Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: әгәр ҙә кемдер бынау тауға: «Күтәрелеп, диңгеҙгә ташлан!» – тип әйтһә һәм күңеленән һүҙенең үтәләсәгенә икеләнеүһеҙ ышанһа, теләге бойомға ашасаҡ. Шуға күрә һеҙгә әйтәм: доға ҡылғанда ни һораһағыҙ ҙа, алғанығыҙға ышанығыҙ – һәм һеҙгә бирелер. Раббы былай тигән: – Әгәр һеҙҙең горчица орлоғо хәтлем генә иманығыҙ булып, ошо тут ағасына: «Тамырың менән ҡуптарылып сыҡ та, үҙеңде диңгеҙгә күсереп ултырт», – тиһәгеҙ, ул шулай эшләр ине. Ғайса уға: – Мин һиңә: «Әгәр ҙә ышанһаң, Алланың данлы бөйөклөгөн күрерһең», – тимәгәйнемме ни? – тип яуап бирҙе.
Выбор основного перевода