Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16
Параллельные места
Шаҡшы рух, кеше эсенән сыҡҡандан һуң, һыуһыҙ ерҙәрҙә үҙенә һыйыныр урын эҙләп йөрөй, ләкин таба алмай. «Элекке өйөмә әйләнеп ҡайтайым әле», – тип уйлай ул. Кире ҡайтҡас, ул уны аулаҡ, һеперелгән һәм йыйыштырылған хәлдә таба. Бынан һуң ул үҙенән дә яуызыраҡ ете рухты эйәртеп ҡайта, һәм улар шунда йәшәй башлай. Ахырҙа әлеге кешенең хәле баштағыға ҡарағанда ла нығыраҡ насарая. Был яуыз быуын менән дә шулай булыр. Ғайса рухты: – Шым! – тип тыйҙы. – Был кешенең эсенән сыҡ! Шаҡшы рух, әлеге әҙәмде дер һелкетеп, көслө тауыш менән ҡысҡырып эсенән сығып китте. Һәммәһе лә хайран ҡалды. Бер-береһенән: – Нимә булды был? – тип һораша башланылар. – Ниндәйҙер өр-яңы тәғлимәт... Уның шаҡшы рухтарға ла бойороҡ бирерлек хакимлығы бар, ә тегеләре Уға буйһона! Ғайсаны күреү менән, бөтөн халыҡтың иҫе китте, йүгереп килеп, Уны сәләмләнеләр.
Выбор основного перевода