Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16
Параллельные места
Шул ваҡыттан алып Ғайса шәкерттәренә Үҙенең Иерусалимға барырға, унда аҡһаҡалдар, баш руханиҙар һәм ҡанун белгестәре тарафынан күп ғазаптарға дусар ителергә һәм үлтерелергә, әммә өсөнсө көндә терелеп торорға тейешлеге тураһында һөйләй башланы. – Әле беҙ Иерусалимға китеп барабыҙ. Унда Әҙәм Улы баш руханиҙар һәм ҡанун белгестәре ҡулына тотоп биреләсәк. Улар Уны үлемгә хөкөм итәсәк, мыҫҡыллатыу, ҡамсылатыу һәм арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлатыу өсөн, мәжүсиҙәр ҡулына тапшырасаҡ. Ләкин өсөнсө көндә Ул терелтеп торғоҙоласаҡ. Ғайса шәкерттәренә Әҙәм Улының күп ғазаптар кисерергә, аҡһаҡалдар, баш руханиҙар һәм ҡанун белгестәре тарафынан кире ҡағылырға һәм үлтерелергә, ә өс көндән һуң терелеп торорға тейешлеге тураһында аңлата башланы. – Әле беҙ Иерусалимға китеп барабыҙ. Унда Әҙәм Улы баш руханиҙар һәм ҡанун белгестәре ҡулына тотоп биреләсәк. Улар Уны үлемгә хөкөм итеп, мәжүсиҙәр ҡулына тапшырасаҡ. Тегеләр Уны мыҫҡыллар, өҫтөнә төкөрөр, ҡамсылар һәм үлтерер. Ләкин Ул, өс көн үткәс, терелеп торор. Ул мәжүсиҙәр ҡулына тапшырыласаҡ, улар Уны мыҫҡыллаясаҡ, хурлаясаҡ һәм өҫтөнә төкөрәсәк, Уны ҡамсылаясаҡтар һәм үлтерәсәктәр. Ләкин өсөнсө көндә Ул терелеп торасаҡ, – тигән. «Әҙәм Улы гонаһлылар ҡулына тотоп бирелергә, арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланырға һәм өсөнсө көндә терелеп торорға тейеш», – тигәйне бит һеҙгә.
Выбор основного перевода