Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16
Параллельные места
Шул ваҡыт, ун ике йыл буйы ҡан китеүҙән интеккән бер ҡатын арттан килеп, кейеменең салғыйына ҡағылды. Ул күптәрҙе һауыҡтырғанлыҡтан, барлыҡ сирлеләр ҙә этешеп-төртөшөп Уға ҡағылырға уҡталды. Бөтә халыҡ Ғайсаға ҡағылырға тырышҡан, сөнки Унан сыҡҡан ҡөҙрәт һәммәһен дә һауыҡтырған. Ул арттан килеп Ғайсаның кейеменең салғыйына ҡағылыуға, шунда уҡ ҡан ағыуы туҡтаған. Петр үтеп барғанда, һис юғы уның күләгәһе булһа ла төшһөн ине, тигән теләк менән ауырыуҙарҙы урамға сығарып, күтәреп йөрөтөү ҡоролмаларына һәм түшәктәргә һалдылар. Алла иһә Павелдың ҡулдары менән иҫ китерлек ҡөҙрәтле эштәр ҡылды. Павел ҡағылған ҡулъяулыҡтарҙы, билбауҙарҙы алып ҡайтып, ауырыуҙарҙың өҫтөнә һалғандан һуң, улар һауыҡты, эстәренән шаҡшы рухтар сыҡты.
Выбор основного перевода