Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16
Параллельные места
«Пәйғәмбәргә үҙ илендә ихтирам юҡ», – тип Ул Үҙе әйткәйне. Уға хатта ҡустылары ышанмай ине. Иерусалимға ҡайтып, Алла Йортонда ғибәҙәт ҡылған ваҡытта миңә илаһи күренмеш килде һәм мин Раббыны күрҙем. Ул миңә: «Тиҙерәк бул, Иерусалимдан йәһәтерәк кит, сөнки бында Минең хаҡтағы шаһитлығыңды ҡабул итмәйәсәктәр», – тине. «Раббым! – тинем мин. – Ғибәҙәтхананан-ғибәҙәтханаға йөрөп, Һиңә инанған кешеләрҙе төрмәгә ултыртыуым һәм туҡмауым хаҡында улар белә. Һинең хаҡта шаһитлыҡ ҡылыусы Стефандың ҡаны ҡойолған ваҡытта мин шунда инем. Мин уны үлтереүҙе хупланым, үлтереүселәрҙең кейемдәрен һаҡлап торҙом», – тип яуап бирҙем. Раббы миңә: «Бар, Мин һине алыҫҡа, башҡа халыҡтар янына ебәрәм», – тине. Ошо һүҙҙәрҙе әйткәнсе Павелды тыңланылар, ә унан: – Был әҙәмде ер йөҙөнән юҡ итергә! Бындай кеше йәшәргә тейеш түгел! – тип ҡысҡыра башланылар. Улар аҡыра-аҡыра кейемдәрен өҫкә күтәреп болғаны. Һауала туҙан туҙҙырҙылар.
Выбор основного перевода