Выбор основного перевода
Открыть комментарий или сравнить с другим переводом
Выбор книги основного перевода
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16
Параллельные места
Ғайса уны: – Ҡара уны, берәүгә лә һөйләмә! – тип киҫәтте. – Әммә, руханиға барып күрен дә, Муса ҡанунында талап ителгән ҡорбанды килтер. Был кешеләргә һауығыуыңды раҫлау билдәһе булһын. Минең арҡала үҙегеҙҙе идарасылар, батшалар алдына алып барырҙар. Был уларға һәм мәжүсиҙәргә Минең хаҡта шаһитлыҡ ҡылыуығыҙ өсөн эшләнер. Яхъя ҡулға алынғандан һуң Ғайса, Алланың Һөйөнөслө Хәбәрен вәғәзләп, Галилеяға килде. Һеҙ иһә һаҡ булығыҙ: һеҙҙе хөкөмгә тапшырырҙар һәм ғибәҙәтханаларҙа туҡмарҙар. Шаһитлыҡ ҡылыу өсөн, Минең арҡала һеҙҙе идарасылар, батшалар алдына баҫтырырҙар. Ғайса был турала берәүгә лә һөйләмәҫкә ҡушҡан: – Руханиға барып күрен һәм һауығыуың өсөн, Муса ҡушҡанса, ҡорбан килтер. Был кешеләргә һауығыуыңды раҫлау билдәһе булһын. «Ҡалағыҙҙың аяҡтарыбыҙға ҡунған туҙанын да һеҙгә ҡағып ҡалдырабыҙ. Шулай ҙа белегеҙ, Алла Батшалығы яҡынлашты», – тиерһегеҙ. Павел менән Варнава иһә, уларға ҡаршы шаһитлыҡ билдәһе итеп, аяҡтарындағы туҙанды ҡағып төшөрҙө һәм Икония ҡалаһына китте. Кешеләр, ул шешенә башлар йәки кинәт йығылып үлер, тип көттө. Ләкин оҙаҡ ҡына көткәндән һуң, уға һис ниндәй зарар теймәгәнен күреп, фекерҙәрен үҙгәрттеләр: – Ул – ниндәйҙер бер илаһ.
Выбор основного перевода